08:00 (UTC+5), 15 Марта 2018

Благовещенда социаль эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса «Үҙ эшеңде башла» программаһы ғәмәлгә ашырыла

Олег Яровиков
Галина Бахшиева
ӨФӨ, 2018 йыл, 15 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостандың Благовещен районында социаль эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса «Үҙ эшеңде башла» программаһы эшләй башланы, тип хәбәр итә төбәк Хеҙмәт министрлығының матбуғат хеҙмәте. Программа икенсе йыл рәттән ғәмәлгә ашырыла. Благовещен арматура заводы, республиканың Социаль өлкә яңылыҡтары үҙәге менән хеҙмәттәшлектә Благовещен районы хакимиәте уның ойоштороусылары булып сығыш яһай.
Былтыр «Үҙ эшеңде башла» социаль проекттар конкурсы һөҙөмтәләре буйынса эшҡыуарҙарҙың 11 ижтимағи һәм социаль мөһим проектына 2 миллион һумға ярҙам күрһәтелгән.
Грант ярҙамы менән ғәмәлгә ашырылған проекттар иҫәбендә – декрет ялындағы ҡатындарҙы эшкә урынлаштырған «Төймәкәй» тегеү оҫтаханаһы, «Тоҙ мәмерйәһе» галокамераһы, «Һеҙҙең ҡараусы» социаль предприятиеһы филиалын асыу. Күреү буйынса ике инвалид үҙ эшен аса алды.
Быйыл грант ярҙамының суммаһы 2,2 миллион һум тәшкил итә. Үҙ бизнесын асыуға социаль эшҡыуарҙар 200 мең һумғаса аҡса аласаҡ. Социаль эшҡыуарлыҡ проекттары индерелгән төп өлкәләр – һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, ауыл хужалығы, экология, туристик бизнес, ял, спорт, өлкән һәм сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән кешеләргә ярҙам.
Программала ҡатнашыу шарттары хаҡында тулыраҡ мәғлүмәтте Башҡортостандың Социаль өлкә яңылыҡтары үҙәге сайтында табырға мөмкин.
http://www.bashinform.ru/news/1128331-v-blagoveshchenske-startovala-programma-po-razvitiyu-sotsialnogo-predprinimatelstva-nachni-svoe-delo/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика