06:10 (UTC+5), 14 Марта 2018

Республикала ауыл хужалығы кооперативтарын ойоштороу буйынса әүҙем эш башланды – Рөстәм Хәмитов

Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2018 йыл, 14 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостанда ауыл хужалығы кооперативтарын ойоштороу буйынса әүҙем эш башланды. Был турала республика Башлығы Рөстәм Хәмитов Өфөлә барған Агросәнәғәт форумының пленар ултырышында белдерҙе.
Уның һүҙҙәренсә, әле бөтөн донъяла үҫешкән кооперация агросәнәғәт комплексын үҫтереүҙә мөһим роль уйнарға тейеш.
- Бөгөн Башҡортостан Республикаһында был теманы әүҙем хуплайбыҙ, кооперативтарға ойошторолорға, уларға ҡорамал һатып алырға ярҙам итәбеҙ. Асылда иһә, ярайһы уҡ ресурстар бүләбеҙ – иҫәп йөҙләгән миллион һумға бара, – тине Рөстәм Хәмитов. – 2018 йылда һөт, ит, йөн, емеш-еләк эшкәртеү өсөн ҡорамалдар һатып алынасаҡ. Ауылда кешеләр үҙ-үҙҙәрен эш менән тәьмин итәсәк.
Төбәк етәксеһе билдәләүенсә, Башҡортостан өсөн кооперация үҫеше айырыуса көнүҙәк.
- Беҙҙә халыҡтың 38 проценты ауыл ерендә йәшәй. Хеҙмәт етештереүсәнлеге артыу, эшсе ҡулдар бушау сәбәпле уларҙы эшмәкәрлеккә йәлеп итергә кәрәк. Үҙҙәрен туйындырыу һәм эш хаҡы өсөн күп кенә ошондай бушаған кешеләр төньяҡҡа, вахтаға китеүе сер түгел. Беҙгә граждандарыбыҙҙы үҙебеҙҙә ҡалдырырға кәрәк, – тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. – Беҙҙең был юҫыҡта яҡшы ғына һөҙөмтәләр бар, һәйбәт әүҙемлек бара. Башҡортостан Республикаһында 54 муниципаль берәмек, туғыҙ ҡала округы. Бөтә ерҙә тиерлек ауыл хужалығы кооперативтарын ойоштороу буйынса әүҙем эш башланды.
http://www.bashinform.ru/news/1127749-v-respublike-nachalas-aktivnaya-rabota-po-formirovaniyu-selkhozkooperativov-rustem-khamitov/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика