05:30 (UTC+5), 13 Марта 2018

Республикала тәүге орлоҡсолоҡ кооперативы ойошторолдо

автор
Галина Бахшиева
ӨФӨ, 2018 йыл, 13 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Республикала тәүге орлоҡсолоҡ кооперативы — «Башҡортостандың элита орлоҡтары» ойошторолдо, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институтында.
Республиканың Кушнаренка, Ауырғазы, Мәсетле, Борай, Благовар һәм Шишмә райондары хужалыҡтары орлоҡсолоҡ буйынса ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативы ағзалары булды.
Белгестәр билдәләүенсә, бындай кооператив селекция ҡаҙаныштарын күмәк етештереүгә индерергә ярҙам итәсәк. Хужалыҡтарҙың килемлелеген продукция сифатын күтәреү иҫәбенә арттырыу күҙаллана.
«Институт фермерҙар өсөн үрсетеүгә тәҡдим ителәсәк элита һәм суперэлита сорттары исемлегендә республикабыҙ өсөн ғәҙәти культуралар. Улар араһында – яҙғы һәм ужым бойҙай сорттары, ужым арышы һәм тритикал, борсаҡ, ҡарабойҙай, шулай уҡ мал аҙығы үләндәре», — тип өҫтәне Башҡортостандың Ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институты матбуғат секретары Гөлдәр Нуриева.
Сағыштырыу өсөн: хәҙер 4 класс бойҙайҙың бер тоннаһы яҡынса биш мең һум торһа, элита һәм суперэлита орлоҡтары 14-15 мең һумға баһалана.
http://www.bashinform.ru/news/1127209-v-bashkirii-sozdan-pervyy-semenovodcheskiy-kooperativ/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика