04:00 (UTC+5), 13 Марта 2018

Рөстәм Хәмитов «КАМАЗ» предприятиеһы етәкселеге менән яңы инвестиция проекттарын тикшерҙе

Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2018 йыл, 13 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Кисә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов «КАМАЗ» асыҡ акционерҙар йәмғиәте генераль директоры Сергей Когогин менән осрашты.
Яҡтар автомобиль концернының Нефтекамала һәм Туймазыла урынлашҡан предприятиеларҙың үҫеш, шулай уҡ троллейбустар, тағылма техника етештереү өлкәһендәге инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыу мәсьәләләрен тикшерҙе.
- Беҙ һеҙҙең менән күптәнге партнёрҙар. «КАМАЗ» республикала – Нефтекамала һәм Туймазыла урынлашҡан предприятиеларҙа күп нәмә эшләй, – тине Рөстәм Хәмитов. – Продукция төрлөлөгөнөң киңәйеүен, етештереү күләменең үҫеүен күрәбеҙ, мәшғүллек арта, яңы технологиялар индерелә. Дөйөм алғанда, был беҙҙе оптимистик яҡҡа йүнәлтә.
- Башҡортостан – беҙҙең икенсе Ватаныбыҙ ул. Яр Саллыла төп заводтар комплексы урынлашҡаны аңлашыла. Әммә ҙурлығы буйынса Нефтекамалағы предприятие заводтар комплексында тәүге баҫҡыстарға сыға ла инде, – тип билдәләне Сергей Когогин. – Хәҙер беҙҙең өсөн төп тема – хеҙмәт етештереүсәнлеген, продукция сығарыу күләмдәрен арттырыу.
«КАМАЗ» етәксеһе һөйләүенсә, Туймазылағы бетон ташыусы машиналар заводына асылда Рәсәйҙә ошо продукция баҙарының 80 проценты ҡарай. Шуның менән бергә илдә төҙөлөш баҙары ярайһы уҡ үҙгәрештәр кисерҙе һәм элекке бетон бутағыстарҙы һатыу күләмен кире ҡайтарып булмай. Шуға әлеге ваҡытта һүҙ етештереүҙе диверсификациялау хаҡында бара.
- Беҙ унда яңы продукт менән инәбеҙ. Ул Туймазыла етештереү күләмдәрен өс-дүрт тапҡыр арттырырға тейеш. Шул уҡ ваҡытта һанды үҙгәртергә йыйынмайбыҙ тиерлек, бер аҙға ғына артым буласаҡ, – тип билдәләне «КАМАЗ» йәмғиәтенең генераль директоры. – Һүҙ яңы етештереү, уны автоматлаштырыуға етди инвестициялар, персоналды уҡытыу һәм баҙарға тағылма техника өлкәһендәге яңы продуктты сығарыу тураһында бара. Беҙ ошоно эшләргә йыйынабыҙ.
http://www.bashinform.ru/news/1127110-rustem-khamitov-obsudil-novye-investproekty-s-rukovodstvom-kamaza/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика