09:45 (UTC+5), 12 Марта 2018

Бөлгөнлөккә төшкән «Индюшкин» кредитор ҡулына күсеүе ихтимал

nashzeleniymir.ru
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 12 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Күптән түгел генә тармаҡта ҙур предприятие һаналған М. Ғафури исемендәге Башҡортостан ҡошсолоҡ комплексы бөлгөнлөк процедураһы барышында кредиторға — Россельхозбанкка күсеүе ихтимал, тип хәбәр итте Ауыл хужалығы министрлығындағы матбуғат конференцияһында ведомство башлығы һәм хөкүмәт вице-премьеры Илшат Фәзрахманов.
«Ике юл бар. Йә «Россельхозбанк» предприятиеға үҙе идара итергә тейеш, йә булмаһа ғәмәлдәге милекселәр ҡошсолоҡ комплексын һата йәки ҡуртымға бирә. Техник яҡтан ул яҡшы торошта, өлөшләтә консервацияланған, — тип министрҙың һүҙҙәрен килтерә «Интерфакс». — Башҡортостан ҡошсолоҡ комплексы проблемаларының сәбәптәре — уның бурысы күп булыуҙа һәм дөрөҫ булмаған технологик ҡарарҙар ҡабул итеүҙә».
Башҡортостан ҡошсолоҡ комплексының банкка — 1 миллиард һум самаһы, һалым хеҙмәтенә 212 миллион һум бурысы бар.
http://www.bashinform.ru/news/1126679-obankrotivshiysya-indyushkin-mozhet-otoyti-kreditoru/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика