Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.13
-0.37
98.71
-0.2
87.8
-0.1
17+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
6 Март 2018, 14:23

Өфөлә төҙөлөш өлкәһендә вакансиялар йәрминкәһе уҙа

1ul.ru
1ul.ru
ӨФӨ, 2018 йыл, 6 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Өфөләге халыҡ мәшғүллеге үҙәгендә (Ибраһимов бульвары, 47/1) төҙөлөш өлкәһе предприятиелары өсөн уҡыу урындары һәм вакансиялар йәрминкәһе уҙа.
Унда автоэлектрик, бетон ҡойоусы, автомобиль водителе, урам һепереүсе, инженер, ташсы, маляр, кран машинисы, төҙөлөш эштәре монтажсыһы, эшсе, слесарь, токарь һәм башҡа һөнәрҙәр тәҡдим ителә.
Йәрминкәгә килгәндәргә компьютер диагностикаһы һәм һөнәри йүнәлеш, профессиональ белем биреү, хоҡуҡи мәсьәләләр буйынса консультация бирелә.
Сара кесаҙна, 15, мартта, иртәнге сәғәт 10-дан көндөҙгө 12-гә тиклем ойошторола.
http://www.bashinform.ru/news/1125048-v-ufe-proydet-yarmarka-vakansiy-v-stroitelnoy-sfere/
Читайте нас: