04:00 (UTC+5), 06 Март 2018

Башҡортостан буйынса Пенсия фонды байрам көндәрендә пенсия таратыу графигын хәбәр итте

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Галина Бахшиева
ӨФӨ, 2018 йыл, 6 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. 8 март – Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөн байрам итеү менән бәйле «Рәсәй почтаһы» хеҙмәткәрҙәре байрам һәм ял көндәре өсөн пенсия һәм башҡа социаль түләүҙәрҙе 5,6,7,9 һәм 10 мартта тарата, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан буйынса Пенсия фонды бүлексәһенең матбуғат хеҙмәтендә.
Пенсия һәм башҡа социаль түләүҙәрҙе таратыу ваҡыты ағымдағы йылдың февраль айындағы квитанцияларҙа яҙылған.
12 марттан пенсия раҫланған графикка ярашлы таратыла.
Кредит ойошмаларға аҡса килешеү менән билдәләнгән срокта, 2018 йылдың 12 мартынан башлап, күсерелә.
Алдан «Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, Башҡортостанда пенсионерҙарҙың уртаса страховка пенсия күләме уҙған йыл аҙағына 12 714 һумға етте. 2017 йыл башында был күрһәткес республикала 12 080 һумға тиң ине.
Шул уҡ ваҡытта ҡартлыҡ буйынса уртаса пенсия күләме дөйөм бер йылда 13 109 һум тәшкил иткән. Инвалидлыҡ буйынса – 8 334 һум, ҡараусыны юғалтыу буйынса – 8 720 һум.
Йыл башы менән сағыштырғанда төбәктә пенсионерҙар һаны яҡынса 12 меңгә артҡан һәм уҙған йылдың декабрь аҙағына 1,176 миллион кешенән уҙып киткән.
http://www.bashinform.ru/news/1125167-pensionnyy-fond-po-bashkirii-soobshchil-grafik-dostavki-pensiy-v-prazdnichnye-dni/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика