06:45 (UTC+5), 05 Марта 2018

Төбәктә иң «ҙур» һөт – Учалы һәм Ауырғазы райондарында

Олег Яровиков
Ольга Мортазина
ӨФӨ, 2018 йыл, 5 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Башҡортостанда иң ҙур һауым – Учалы һәм Ауырғазы райондарында. Бында тәүлегенә һәр һыйырҙан уртаса 20,2-шәр килограмм һөт һауып алалар, республикала уртаса күрһәткес 13,7 килограмға тиң. Быны ошо райондарҙа күпләп голштин-фриз һыйырҙарын үрсеткән «Байрамғол», «Уңыш» кеүек эре хужалыҡтар – һөт фермалары барлығы аңлата ла инде.
Республика буйынса фураж һыйырына уртаса һауым йыл башынан 759 килограмм тәшкил итә (2017 йылдың ике айына ҡарағанда 34 килограмға юғары), тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығында.
Хәтерегеҙгә төшөрөрәбеҙ, 2017 йылда төбәк тәүгә бер һыйырға 5 меңлек кимәлде үтте. Бер нисә районда һыйырға һауым 6 мең килограмдан артты: Учалыла – 7786 килограмм, Саҡмағошта – 6906 килограмм, Ауырғазыла – 6665 килограмм.
Дөйөм һөт етештереү күләме 1,72 миллион тонна тәшкил итте. Уларҙа тауар һөтө (эшкәртеүгә ебәрелгән) – 715 мең тонна йәғни тулайым етештереүҙән 42 процент.
http://www.bashinform.ru/news/1124448-v-bashkirii-samoe-bolshoe-moloko-v-uchalinskom-i-aurgazinskom-rayonakh/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика