06:00 (UTC+5), 05 Марта 2018

Республикала урман тармағының потенциалы – йылына яҡынса 100 миллиард һум – Рөстәм Хәмитов

Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2018 йыл, 5 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Республикала урман тармағының потенциалы йылына яҡынса 100 миллиард һум тәшкил итә. Ошо хаҡта Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Волга буйы федераль округы төбәктәрендә урман менән файҙаланыу һөҙөмтәлелеген күтәреү мәсьәләләренә арналған кәңәшмә йомғаҡтары буйынса белдерҙе.
- Беҙҙең бурыс – һалым, сәнәғәт етештереү ҡарашынан урман сәнәғәте файҙаһын күтәреү, – тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. – Бөгөнгө көнгә урман хужалығы, дөйөм алғанда, яҡынса 10-15 миллиард һум килем килтерә. Етештереү күләме йәһәтенән был һан ныҡ ҙур түгел. Урман хужалығы потенциалы – йылына 100 миллиард һум самаһы. Был Башҡортостан Республикаһы өсөн урман тармағының әһәмиәтен күтәреү ҡарашынан биш тапҡыр һәм унан күберәк үҫеш запасы.
Төбәк Башлығы һүҙҙәренсә, урман менән файҙаланыуҙы камиллаштырыу өлкәһендә һуңғы йылдарҙа күп эшләнгән.
- Урман эшкәртеү ысынында ярайһы уҡ яҡшы үҫешә. Әммә урманда ла һорауҙар бар: урмандарҙы тергеҙеү, урманды иҫәптә тотоу, урман ресурстарына ҡарата һаҡсыл мөнәсәбәт һәм башҡалар, – тине Рөстәм Хәмитов. – Бында әлегә барыһы ла яҡшы түгел. Үҙебеҙҙә эшләүсе урманды ҡуртымға алыусылар бер төркөм етди хата ебәрә. Улар менән бергә урманды тергеҙеү өҫтөндә эшләйбеҙ. Ҡырҡҡанһың – ултырт. Урманды тергеҙеү йәһәтенән тулыһынса алмаштырыу юҡ әле.
http://www.bashinform.ru/news/1124381-potentsial-lesnoy-otrasli-respubliki-okolo-100-mlrd-rubley-v-god-rustem-khamitov/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика