12:09 (UTC+5), 02 Марта 2018

Рөстәм Хәмитов Башҡортостанда Волга буйы федераль округы төбәктәрендә урман янғындарын күҙәтеү үҙәген асырға тәҡдим итте

Башҡортостандың Экология министрлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 2 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов республикала Волга буйы федераль округы төбәктәрендә урман янғындарын күҙәтеү үҙәген асырға тәҡдим итте. Бөгөн, 2 мартта, Өфөлә Рәсәй Федерацияһы Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич рәйеслегендә урмандарҙы файҙаланыуҙың һөҙөмтәлелеген арттырыу, шулай уҡ урман янғындарын иҫкәртеү һәм һүндереү өлкәһендә үҙ-ара эш итеү буйынса кәңәшмә булды.
Өфө дәүләт нефть техник университетында спутниктан мәғлүмәттәр ҡабул итеү комплексы һәм суперкомпьютер менән йыһан мәғлүмәтен ҡабул итеү үҙәге бар, тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. «Бында бөтә компетенциялар бар, аҙыраҡ яңыртырға ғына кәрәк. Система сафҡа индерелгәс, мәғлүмәт тиҙ арала төбәктәрҙең штабына тапшырыла башлай», — тип тәҡдим итте республика башлығы.
Төбәктә урман хужалығы хеҙмәте тәүлек әйләнәһенә эшләй, авиация 4 миллиондан ашыу гектар урман фондын тикшерә (дөйөм майҙаны — 6 миллион гектар).
Ағымдағы йылда видеокүҙәтеү системаһына тоташтырылған пилотһыҙ осоу аппараттары эшләй башлай. Был проект «Рәсәй йыһан системалары» корпорацияһы менән берлектә бойомға ашырыла.
Бынан тыш, йыһан технологиялары тағы бер мөһим мәсьәләне — мәғлүмәттәр базаһын яңыртыуҙы хәл итә ала. Мәҫәлән, Башҡортостанда урман фондының 80% буйынса мәғлүмәт — ун йыл элекке. «Һанлы технологиялар, йыһан һәм аэрофототөшөрөүҙе ҡулланып, урманды файҙаланыуҙың яңы алымдарын индерергә кәрәк. Мәғлүмәттәр базаһын яңыртыу федераль кимәлдә ята. Урманды файҙаланыуҙың яңы технологияларын ҡулланыу буйынса пилот төбәк булараҡ сығыш яһарға әҙербеҙ. Халыҡтың тығыҙлығы ошондай эш алып барырға мөмкинлек бирә, техник мөмкинлектәр ҙә бар», — тине Рөстәм Хәмитов.
http://www.bashinform.ru/news/1124147-rustem-khamitov-predlozhil-sozdat-v-bashkirii-tsentr-monitoringa-lesnykh-pozharov-v-regionakh-pfo/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика