Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.13
-0.37
98.71
-0.2
89.38
+0.27
17+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
2 Март 2018, 14:40

Президент социаль мәсьәләләргә күп иғтибар бүлде – Рузалиә Хисмәтуллина

Андрей Старостин
Андрей Старостин
ӨФӨ, 2018 йыл, 2 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһе менән сығыш яһағанда Рәсәй Президенты Владимир Путин социаль өлкәләргә байтаҡ иғтибар бүлде, тип билдәләне Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Рузалиә Хисмәтуллина. Был, тәү сиратта, һаулыҡ һаҡлау. «Хатта 100 кеше йәшәгән ауылда ла кәмендә күсмә медицина пункты булырға тейеш. Яңыртыу һөҙөмтәһендә ябылған медицина учреждениеларын, дауаханаларҙы уларға ихтыяж ҡалғанда тергеҙергә кәрәк, тине ул. Путин ауырыуҙарҙы иртә диагностикалау кәрәклеген һәм онкология буйынса дөйөм Рәсәй милли программаһын ҡабул итеүҙе айырым билдәләне. Мәғарифҡа килгәндә, мөрәжәғәтнамәлә иртә һөнәри йүнәлеш биреүҙең, эшләүсе кешеләрҙе ҡайтанан уҡытыу буйынса проекттарҙың мөһимлеге айырып әйтелде. Президент иң тәүҙә халыҡтың килемен күтәреү һәм ипотека кредиттары буйынса ставкаларҙы кәметеү иҫәбенә халыҡтың торлаҡ һатып алыу мөмкинлеген күтәреү хаҡында һөйләне. Ауылда биләмәләрҙе төҙөкләндерергә, халыҡтың табышын күтәрергә кәрәк. Иң мөһим бурыс – урындағы юлдарҙың сифаты, — тип парламентарий мөрәжәғәтнамәләге социаль программаның төп пункттарын хәтергә төшөрҙө. — Бөтә был проекттар бюджеттан өҫтәмә сығымдар талап итәсәк. Президент медицинаға сығымдарҙы Тулайым эске продуктта 5 процентҡаса арттырырға, юлдарға 11 триллион һум бүлергә әмер бирҙе. Был аҡса ҡайҙан алынасаҡ? Владимир Путин ентекләберәк планлаштырырға: өҫтөнлөктәрҙе билдәләргә һәм бюджет ағымының һөҙөмтәлелеген күтәрергә тәҡдим итә. Шулай уҡ иҡтисадтың үҫешен тотҡарлаған һалым ресурстарын эҙләп табырға кәрәк. Маҡсаттар ҡуйылды: хеҙмәт етештереүсәнлеген йылына 5 процентҡа күтәрергә, инвестициялар күләмен арттырырға, кесе һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтерергә һәм унда мәшғүл хеҙмәткәрҙәр һанын 19 миллиондан 25 миллион кешегә еткерергә. Был ҡарарҙарҙың нисек үтәләсәген беҙ коллегалар менән тикшерәсәкбеҙ», — тип комментарий бирҙе Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының бюджет, һалым, инвестиция сәйәсәте буйынса комитет рәйесе Рузалиә Хисмәтуллина.
http://www.bashinform.ru/news/1123534-prezident-mnogo-vnimaniya-udelil-sotsialnoy-problematike-ruzaliya-khismatullina/
Автор:Ольга Мортазина
Читайте нас: