06:25 (UTC+5), 01 Март 2018

Урал аръяғында юғары табышлы культуралар менән эште тикшерҙеләр

БР Ауыл хужалығы министрлығы
Ольга Мортазина
ӨФӨ, 2018 йыл, 1 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Урал аръяғы аграрийҙары алдағы сәсеү кампанияһын тикшерҙе. Уларға Силәбе өлкәһенән коллегалары ҡушылды. «2018 йылда табышлы культуралар» семинарын бөтәһе 60-тан ашыу предприятие һәм фермер хужалығы вәкилдәре тыңланы. Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы белгестәре юғары килемле техник (мал аҙығы һәм майлы) культураларҙы үҫтереү үҙенсәлектәре тураһында һөйләне.
Былтырғы һөҙөмтәләр ауыл хужалығы тауарҙарын етештереүселәрҙе сәсеүлек майҙандары структураһын ҡайтанан ҡарарға мәжбүр итә, тип хәбәр иттеләр ведомствола: көҙгөһөн рекордлы иген уңышы йыйып алынды, әммә уға хаҡтар үҙ хаҡына тиерлек төштө.
Тармаҡтың килемлелеген күтәреү өсөн яҙғыһын рапс, гәрсис, шипкән, етен сәсеүлектәре 2017 йылғы кимәлгә ҡарата 10 процентҡа арттырыласаҡ. Ҡуҙаҡлы культуралар (борсаҡ, әсе борсаҡ, соя һәм ноҡот борсағы) өлөшө 21 процентҡа күтәреләсәк. Ужым бөртөклө культуралар сәсеүлектәре яҡынса ике тапҡырға – 40 процентҡа артасаҡ, яҙғы культуралар 7 процентҡа аҙыраҡ буласаҡ.
«Юғары килемле культуралар эске һәм тышҡы баҙарҙа ла һорау менән ҡуллана. Уларға хаҡтар төшһә, уңышты малсылыҡҡа йүнәлтербеҙ һәм һөт, ит аша һөҙөмтә алырбыҙ. Ниһәйәт, ҡуҙаҡлылар тупраҡтың торошона ыңғай йоғонто яһай», — тине июнь айында «Башинформ» агентлығында уҙған брифингта ауыл хужалығы министры һәм Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры Илшат Фәзрахманов.
http://www.bashinform.ru/news/1122936-v-zaurale-obsudili-rabotu-s-vysokodokhodnymi-kulturami/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика