08:00 (UTC+5), 28 Февраль 2018

«УралКапиталБанк» клиенттарына түләүҙәр «Уралсиб» аша ҡайтарыла

Дмитрий Колпаков
Ольга Мортазина
ӨФӨ, 2018 йыл, 28 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Үҙәк банк 15 февралдә лицензияһын тартып алған «Урал капиталы» банкы клиенттарына аҡсалар 28 февралдә ҡайтарыла башлай. Вкладтарҙы страховкалау агентлығынан хәбәр итеүҙәренсә, «Уралсиб» банкы түләүҙәрҙе ҡайтарыу буйынса банк-агент булды.
Банк-агент бүлексәләре исемлеге, уларҙың эш режимы хаҡында мәғлүмәтте 8-800-250-57-57 телефоны буйынса алырға мөмкин.
«УралКапиталБанк» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте йөкләмәләре реестрына ярашлы, 5,9 миллиард һум самаһы суммаға страховка түләүе өсөн яҡынса 9,7 мең аҡса һалыусы, шул иҫәптән 6,5 миллион һумға 67 эшҡыуар мөрәжәғәт итә ала. Түләүҙәр бер йыл дауамында, 2019 йылдың 28 февраленә тиклем, ҡайтарыла.
Клиентҡа аҡсаһы, шул иҫәптән эшҡыуарлыҡ өсөн асҡан бөтә иҫәптәре һәм вкладтары буйынса тулы күләмдә ҡайтарыла, әммә дөйөм алғанда 1,4 миллион һумдан күберәк түгел. Вкладтар буйынса аҡса ҡайтарыу тәртибе хаҡында дөйөм мәғлүмәтте 8-800-200-08-05 ҡыҙыу элемтә телефоны буйынса алырға була.
http://www.bashinform.ru/news/1122692-vyplaty-vkladchikam-uralkapitalbanka-proizvodyatsya-cherez-uralsib/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика