10:56 (UTC+5), 28 Февраля 2018

Төбәктә кесе эшҡыуарлыҡ өсөн микрозаймдар буйынса ставка төшөрөлдө

pikabu.ru
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 28 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты хәбәр итеүенсә, 1 марттан «Башҡортостан микрокредит компанияһы» автономлы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы микрозаймдар буйынса ставкаларҙы түбәндәге кимәлдәргә тиклем кәметә:
Йылына 7,5% — эске туризм, социаль эшҡыуарлыҡ һәм эшкәртеүсе производство өлкәһендәге кесе эшҡыуарлыҡ, шул иҫәптән моноҡалаларҙағы кесе эшҡыуарлыҡ субъекттары өсөн;
Йылына 9% — ауыл хужалығы өлкәһендәге кесе эшҡыуарлыҡ субъекттары өсөн.
Эшҡыуарлыҡ микрозаймдары буйынса процент ставкаһын кәметеү йүнәлеше былтыр Рәсәй банкының аҡса-кредит сәйәсәте һәм Кесе эшҡыуарлыҡҡа булышлыҡ итеү буйынса дәүләт комитетының системалы саралары барышында барлыҡҡа килде, тип билдәләнеләр ведомствола.
Республикала кесе эшҡыуарлыҡҡа микрофинанс ярҙамы күрһәтеү һөҙөмтәләрен иҫәпкә алып, Рәсәйҙең Иҡтисади үҫеш министрлығында ағымдағы йылда «Башҡортостан микрокредит компанияһы»на эшҡыуарҙарҙы финанслау күләмен арттырыу өсөн федераль бюджеттан 51,8 миллион һум аҡса биреү тураһында ҡарар ҡабул ителде.
Дөйөм алғанда, Рәсәй Иҡтисади үҫеш министрлығының 2018 йылға кесе эшҡыуарлыҡты микрофинанслау программаһы буйынса билдәләгән аҙаҡҡы процент ставкаһы Рәсәй банкы ставкаһының ике тапҡырлыҡ дәүмәленән артмай (әле 7,5% тәшкил итә).
http://www.bashinform.ru/news/1122651-v-bashkirii-snizili-stavki-po-mikrozaymam-dlya-malogo-biznesa/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика