09:28 (UTC+5), 28 Февраля 2018

Республиканың «Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдары»на федераль ҡаҙнанан миллиард һум бүленә

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 28 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Дарья Петрова/. Башҡортостан Хөкүмәте менән Росавтодор «Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар» өҫтөнлөклө проекты сиктәрендә 2018 йылға килешеү төҙөнө. Ошо проектты тормошҡа ашырыу өсөн федераль бюджет республикаға миллиард һум аҡса йүнәлтә. Башҡортостан Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитетының матбуғат комитетында әйтеүҙәренсә, республика ҡаҙнаһынан финанслау күләме 1,055 миллиард һум тәшкил итә, Өфө бюджетынан тағы 41 миллион бүленә. Проект Өфө агломерацияһы биләмәһендә ғәмәлгә ашырыла, баш ҡаланан тыш, уға Өфө, Благовещен, Иглин, Ҡырмыҫҡалы, Кушнаренко һәм Шишмә райондары ҡарай. Юл селтәренең дөйөм оҙонлоғо — 1317,5 саҡрым, бында М7 «Волга», М5 «Урал» һәм Р-240 Өфө — Ырымбур автомобиль трассаларының юл участкалары ла инә.
2018 йылда 86 объектта эштәр башҡарыу, шул иҫәптән Өфөләге 50 урамды төҙөкләндереү, 18 светофор, 21 фото- һәм видеотеркәү камераларын, юл билдәләрен ҡуйыу күҙаллана. Өфөлә һәм яҡын-тирәләге райондарҙа ремонтланырға тейешле урамдарҙың тулы исемлеге — Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты сайтында.
http://www.bashinform.ru/news/1122542-na-bezopasnye-i-kachestvennye-dorogi-bashkirii-iz-federalnogo-byudzheta-vydelyat-1-milliard-rubley/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика