04:00 (UTC+5), 28 Февраля 2018

Рөстәм Хәмитов: «Беҙҙең менән бергә эшләгеҙ, үҙебеҙҙә эшләгеҙ»

Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2018 йыл, 28 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостан кесе һәм урта эшҡыуарлыҡтың эшлекле әүҙемлек индексы буйынса Рәсәй төбәктәре араһында беренсе урын алды. Ошо хаҡта республика Башлығы Рөстәм Хәмитов Рәсәй сәнәғәт форумының пленар ултырышында хәбәр итте.
Төбәк етәксеһе 2017 йылдың IV кварталында «Рәсәй терәге» бөтә Рәсәй йәмәғәт ойошмаһы уҙғарған кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ тармағында эшлекле әүҙемлек кимәле анализының һөҙөмтәләрен иғлан итте. Башҡортостан эшлекле әүҙемлек индексы мәғәнәһе менән тикшерелгән 24 төбәк араһында урта Рәсәй мәғәнәһе 50,5 билдәһендә 60,7 баҫҡыста беренсе урын алған.
- Башҡортостан Республикаһы илдә эшлекле әүҙемлек индексы буйынса беренсе урында тора, – тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. – Был ғәйәт ҙур ышаныс тыуҙыра. Шуға беҙҙең менән бергә эшләгеҙ, үҙебеҙҙә эшләгеҙ.
Пленар ултырышта ғалимдар, Рәсәйҙәге сәнәғәтте үҫтереү институттары, шулай уҡ тармаҡ берләшмәләре етәкселәре сығыш яһаны. Улар илебеҙ иҡтисадына йоғонто яһаусы факторҙарҙы баһалау буйынса төрлө тикшеренеүҙәр һөҙөмтәләре тураһында һөйләне. Улар иҫәбендә инвестиция процесын дәртләндереү, заманса технологияларҙы әүҙем индереү, илебеҙҙәге тауар етештереүселәрҙең протекционистик сәйәсәте билдәләнде. Шулай уҡ сәнәғәт өсөн кадрҙар әҙерләү, халыҡ тарафынан һуңғы продукцияға, шул иҫәптән халыҡ-ара баҙарҙа түләүгә һәләтле ихтыяждың артыуы мөһим әһәмиәткә эйә.
Форумда ҡатнашыусылар Рәсәй экспорт үҙәгенең эшмәкәрлеге һәм ул күрһәткән методик һәм консультация ярҙамы, сәнәғәт продукцияһын стандартлаштырыу, импортты алмаштырыу сәйәсәте өлкәһендә заманса тенденциялар менән танышты. Илдә, атап әйткәндә, химия сәнәғәте өсөн сеймал әҙерләү буйынса бер төркөм етештереү урыны ойоштороу мөмкинлеге ҡаралды. Башҡортостан киләсәге булған майҙансыҡтарҙың береһе тип аталды.
http://www.bashinform.ru/news/1122476-rustem-khamitov-rabotayte-s-nami-rabotayte-u-nas/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика