05:50 (UTC+5), 28 Февраль 2018

Рөстәм Хәмитов Башҡортостан менән Технологик үҫеш буйынса агентлыҡтың эшмәкәрлек йүнәлештәрен тикшерҙе

Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2018 йыл, 28 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Кисә Республика Йортонда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Технологик үҫеш буйынса агентлыҡ генераль директорының беренсе урынбаҫары Вадим Куликов менән осрашты. Өфөлә ул Рәсәй сәнәғәт форумы сараларында ҡатнаша. Осрашыу барышында яҡтар республика менән ойошманың төрлө эшмәкәрлек аспекттарын, киләсәктә уртаҡ проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙы тикшерҙе.
Вадим Куликов төп хеҙмәттәшлек йүнәлештәре иҫәбендә нефть химияһын, аграр тармаҡты һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡты атаны. Мәҫәлән, уның һүҙҙәренсә, Башҡортостан ҙур микро һәм аҙ тоннажлы нефть химияһы етештереү потенциалына эйә.
- Был һуңғы ваҡытта бөтөнләй юғалған тиерлек компетенциялар. Хәҙер был компетенцияларҙы тергеҙергә теләйбеҙ, – тине ул. – Республика Башлығы менән беҙ республика етәкселеге, Агентлыҡ һәм ойоштороусыбыҙ – Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте тарафынан бындай проекттар иң юғары өҫтөнлөккә эйә буласағы хаҡында килештек, әлбиттә.
Агросәнәғәт комплексы өлкәһендә бөртөклө культураларҙы тәрән эшкәртеү хаҡында һүҙ бара.
- Рәсәй Федерацияһы ғәйәт ҙур аҡсаға – тиҫтәләгән һәм йөҙләгән миллиард һумға – аҙыҡ-түлек өҫтәмәләре һатып ала. Унан бигерәк, улар беҙ башланғыс сеймал сифатында етештерергә өйрәнгән шул ауыл хужалығы продукттарынан эшләнә, – тип билдәләне Вадим Куликов. – Игенде экспортҡа сығарыу дөйөм алғанда нефтте экспортлауҙан бер нимәһе менән дә айырылмай тип иҫәпләйбеҙ. Беҙгә шулай ҙа Рәсәйҙән тәрән эшкәртеүҙе экспортларға һәм өҫтәлгән хаҡты республикала, төбәк һәм муниципаль ҡаҙналарҙа ҡалдырырға кәрәк.
Ойошма шулай уҡ республика менән электрониканы үҫтереү, телемедицинаны киң индереү, экологик хәлде анализлау, төрлө ҡалдыҡтарҙы эшкәртеү өлкәһендә үҙ-ара эшмәкәрлек алып барырға әҙер.
Технологик үҫеш буйынса агентлыҡ Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте тарафынан ил продукцияһының конкуренция һәләтенә ирешеү маҡсатында донъя кимәлендәге технологик ҡарарҙарҙы индереүҙә Рәсәй предприятиеларына булышлыҡ итеү өсөн 2016 йылда ойошторолдо. Ойошманың бурысы – үтә яңы донъя технологиялары трансферы юлы менән Рәсәй сәнәғәтенең конкуренцияға һәләтен һәм капитал күләмен күтәреү.
http://www.bashinform.ru/news/1122497-rustem-khamitov-obsudil-perspektivy-vzaimodeystviya-bashkirii-s-agentstvom-po-tekhnologicheskomu-raz/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика