05:45 (UTC+5), 27 Февраля 2018

Ужым сәсеүлектәренең яртыһы яҡшы торошта – Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығы

ru.dreamstime.com
Ольга Мортазина
ӨФӨ, 2018 йыл, 27 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. 15 февралгә ҡарата тикшереү һөҙөмтәләре буйынса, Башҡортостанда ужым сәсеүлектәренең 48 проценты – яҡшы, 41 проценты – уртаса һәм 11 проценты насар торошта. Һуңғыһы уртаса күп йыллыҡ мәғәнә сиктәрендә юҡҡа сыҡҡан көтөлгән сәсеүлек майҙанына тап килә.
2018 йылғы уңышҡа ужым культуралары 457 мең гектар майҙанда сәселгән (2017 йылға +131 мең гектар), уларҙан арыш – 206 мең гектар, бойҙай 208 мең гектар биләй.
Быйыл яҙғыһын былтырғы кимәлдә – 2 миллион 081 мең гектарҙа (уларҙан яҙғы бөртөклөләр һәм ҡуҙаҡлылар 1 миллион 368 мең гектар) сәсеү күҙаллана. Сәсеү майҙандарының структураһы техник культуралар файҙаһына үҙгәргән. Яҙғы рапс, соя, гәрсис, шипкән, етен сәсеүлектәре 2017 йылғы кимәлгә ҡарата 31,6 мең гектарға арттырыла һәм 349 мең гектар тәшкил итә.
Был турала Башҡортостан Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә вице-премьер һәм ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов хәбәр итте.
http://www.bashinform.ru/news/1121957-polovina-posevov-ozimykh-v-khoroshem-sostoyanii-minselkhoz-bashkirii/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика