14:14 (UTC+5), 27 Февраля 2018

Башҡортостан ауыл хужалығы продукцияһын етештереү күләме буйынса тәүге 10 төбәк иҫәбенә инде

Олег Яровиков
ӨФӨ, 2018 йыл, 27 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Дарья Петрова/. Уҙған йылда Башҡортостан ауыл хужалығы продукцияһын етештереү күләме буйынса илдә һигеҙенсе урынды биләне. «Агроинвест» журналы төбәктәр рейтингын Росстат мәғлүмәттәренә таянып төҙөгән.
2017 йылда республикала ауыл хужалығы тауарҙарын етештереү күләме 171,8 миллиард һум тәшкил иткән – был бер йыл элеккегә ҡарағанда 2,8% юғарыраҡ. Үҫемлекселектә күрһәткестәр — 5,2%, малсылыҡта 0,8% артҡан. Иген һәм ҡуҙаҡлы культураларҙы йыйыу 13,8% артҡан — республика ошо күрһәткес буйынса Волга буйы федераль округында дүртенсе урынды алды.
Көнбағыш (+21,3%), шәкәр сөгөлдөрө (+14%), йәшелсә (+2,2%) йыйыу ҙа артҡан. Картуфтың уңышы 9,3% кәмегән.
Статистика мәғлүмәттәре буйынса, төбәктә мал һәм ҡош-ҡорт үрсетеү 3,2% артҡан, һөт һауып алыу — 0,7%, йомортҡа етештереү 0,5% кәмегән.
Башҡортостандан тыш, ауыл хужалығы продукцияһын етештереү күләме буйынса ун лидер төбәк исемлегендә Краснодар крайы, Ростов өлкәһе, Ставрополь крайы, Белгород, Воронеж, Һарытау, Волгоград өлкәләре, Алтай крайы һәм Татарстан бар. Дөйөм алғанда, улар 2,2 триллион һумлыҡ ауыл хужалығы продукцияһын етештергән — дөйөм Рәсәй күләменән 40% тиерлек.
http://www.bashinform.ru/news/1121931-bashkiriya-voshla-v-top-10-regionov-po-obemu-proizvodstva-selkhozproduktsii/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика