06:20 (UTC+5), 26 Февраля 2018

Өфөлә Зинин тимер юл аша күперҙе 2018-2020 йылдарҙа төҙөү күҙаллана – Башҡортостан Хөкүмәте

нуғай.инфо
Галина Бахшиева
ӨФӨ, 2018 йыл, 26 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Республиканың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты Өфөлә Зинин тимер юл аша сыға торған ерҙә күпер проектлауҙы һәм төҙөүҙе финанслау мәсьәләһен тикшерә. Ҙур проектты 2018-2020 йылдарҙа тормошҡа ашырыу күҙаллана.
Ошо хаҡта «Башҡортостан тауышы» порталында Өфө гражданы мөрәжәғәтенең яуабында хәбәр ителә. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, портал Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитовтың башланғысы буйынса «Асыҡ Республика» проекты сиктәрендә асылды.
«Өфөлә Октябрь районының Зинин ҡасабаһының төнъяғынан алып биләмәне планлаштырыу проектына ярашлы, тимер юл аша ер өҫтө күперен төҙөү күҙалланған. Тейешле транспорт селтәре менән яраштырыуҙы иҫәпкә алып, яҡынса төҙөлөш хаҡы 945 000,0 мең һум тәшкил итә», тип билдәләнгән документта.
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, дүрт һыҙатлы юл проекты әҙер инде. Алдан урындағы халыҡ ҡала янының ғәйәт тиҙ үҫешеүен дәлилләп, тимер юл аша сыға торған ерҙә күпер төҙөү үтенесе менән петиция әҙерләне. Зинин тимер юл аша сыға торған ер юлдың тығыҙ булыуы сәбәпле ул көндән-көн хәүефлерәк була бара. Нәҡ бында шул иҫәптән үлем осраҡтары менән йыш ҡына һәләкәттәр булып тора. Мәҫәлән, 19 сентябрҙә«Рено Флюенс» менән локомитов бәрелеште, автомобиль водителе һәләк булды. 2017 йылдың ҡышында был урында поезға «Газель» микроавтобусы бәрелде. Өс кеше йәрәхәт алды.
Алдан төбәк башлығы Рөстәм Хәмитов Өфө власына Нуғайҙа инфраструктураны үҫтереү менән шөғөлләнергә йөкләмә бирҙе.
Уҙған йылдың октябрь айында Октябрь районының Нуғай ауылында тантаналы рәүештә яңы мәктәп асылды. Урындағы уҡыусылар был ваҡиғаны ике йыл көттө. Был социаль әһәмиәтле объект төҙөлөшөн республика башлығы Рөстәм Хәмитов үҙе контролдә тотто.
147-се мәктәптең яңы корпусын төҙөү кәрәклеге биҫтәнең әүҙем үҫеүе менән бәйле. Быға тиклем Нуғай, шулай уҡ эргә-тирәләге тораҡ пунктары: Жилин һәм Зинин уҡыусылары 1970 йылда төҙөлгән бинала уҡырға мәжбүр булды. 200 кешегә иҫәпләнгән мәктәпкә 700 бала йөрөнө.
Бинаның заманса талаптарға тап килмәүен иҫәпкә алып, 2015 йылда 1250 урынлыҡ яңы мәктәп төҙөү хаҡында ҡарар ҡабул ителде. Әлегә 300 урынға иҫәпләнгән объекттың тәүге сираты сафҡа индерелде.
«Биҫтә буйынса хәл ителмәгән бер төркөм һорауҙар бар. Мәктәп кенә түгел, балалар баҡсалары, тимер юл аша күпер кәрәк. Миндә хәҙер уҡ уларҙы төҙөй башларға һорап яҙған ата-әсәләрҙең, урындағы халыҡтың хаттары байтаҡ, – тине Рөстәм Хәмитов. – Мәктәп формаһында тәүге ҡарлуғас бар. Икенсе сират та, күпер ҙә, төҙөкләндереү ҙә буласаҡ. Әлегә эргә-тирәлә күргән бар нәмә матурлыҡ, яҡшы юлдар, биҫтәнең йөҙө булмаған ниндәйҙер арауыҡ стадияһын хәтерләтә. Әммә киләсәктә былар барыһы ла буласаҡ».
http://www.bashinform.ru/news/1121248-stroitelstvo-nadzemnogo-puteprovoda-cherez-zininskiy-pereezd-v-ufe-planiruetsya-na-2018-2020-gody-pr/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика