Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.17
+0.04
90.4
-0.27
66.47
+1.13
21+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
22 Февраль 2018, 11:50

Республикала ир-егеттәр урта баҙар эш хаҡынан юғарыраҡҡа дәғүә итә

ӨФӨ, 2018 йыл, 22 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Башҡортостанда ир-егеттәр урта баҙар эш хаҡынан юғарыраҡҡа дәғүә итә, тип асыҡлаған хеҙмәт баҙары аналитиктары. Бынан тыш, күбеһенсә ир-егеттәргә хас эшмәкәрлек өлкәләре бар, тип белдерҙеләр HeadHunter агентлығында.
Мәҫәлән, «Эшсе персонал» өлкәһендә – резюмеларҙың 94 проценты ирҙәрҙеке, «Транспорт, логистика» һәм «Мәғлүмәт технологиялары» һөнәр тармаҡтарында 85 процент ир-егеттәр резюмеһы урынлаштырылған. Төҙөлөш тармағында һәм етештереү өлкәһендә – 80-83 процент. Топ-менеджер вазифаһына дәғүәселәр араһында – 78 проценты ирҙәр.
Ир-егеттәр 35 мең һум күләмендә уртаса эш хаҡы теләй, шул уҡ ваҡытта ике зат дәғүәселәре араһындағы баҙар буйынса уртаса күрһәткестәр 30 мең һум тәшкил итә.
http://www.bashinform.ru/news/1120670-v-bashkirii-muzhchiny-pretenduyut-na-zarplatu-vyshe-srednerynochnoy/
Автор:Ольга Мортазина
Читайте нас: