04:30 (UTC+5), 22 Февраля 2018

2018 йылда ауыл хужалығы кооперативтарының килемлелеге 1 миллиард һумдан артырға тейеш – Рөстәм Хәмитов

Олег Яровиков
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2018 йыл, 22 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. 2018 йылда ауыл хужалығы кооперативтарының килемлелеге 1 миллиард һумдан артырға тейеш. Был турала төбәк Башлығы Рөстәм Хәмитов республика Хөкүмәте ултырышында белдерҙе.
Былтыр Башҡортостан ауыл хужалығы кооперацияларын үҫтереү буйынса федераль программа сиктәрендә һынау төбәктәр иҫәбенә инде. Был эш сиктәрендә Рәсәй Федерацияһы төбәктәренең тәжрибәһе өйрәнелгән. Тышҡы эксперт сифатында Бөтә донъя банкы йәлеп ителгән. Уның менән берлектә урындағы башланғыстар нигеҙендә килем килтереүсе проекттар аша булышлыҡ итеү, башланғыс этапта ҡорамалдар, техника йәки һатыу һәм логистика инфраструктураһы объекттары һатып алыу өсөн ярҙам механизмы әҙерләнгән. Өҫтәмә финанслау шарттарында республика бер кооперативҡа 3 миллион һумғаса аҡса бүләсәк.
- Быйыл программаға яҡынса 300 ауыл биләмәһен йәлеп итеү, 100 ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативын ойоштороу күҙаллана. Дәүләт ярҙамы 300 миллион һум тәшкил итәсәк, – тип хәбәр итте төбәк етәксеһе. – Кооператив процестарҙа ҡатнашыусылар – шәхси ярҙамсы хужалыҡтар, крәҫтиән-фермер хужалыҡтары, ауыл хужалығы кооперативтары – 3 мең кешенән дә кәм булмаҫ тип көтәбеҙ. Шул уҡ ваҡытта кооперативтар килемлелеге дүрт тапҡырға үҫергә, 1 миллиард һумдан артырға тейеш.
Уҙған йыл йомғаҡтарына ярашлы республика илдә ауыл хужалығы кооперацияларын үҫтереү буйынса 12-се урынды биләй. Яңы 39 кооператив ойошторолған, Башҡортостанда уларҙың дөйөм иҫәбе 103-кә еткән.
- Тиҙ үҫешәбеҙ. Был йәһәттән оҙаҡламай тәүге ун иң яҡшы төбәккә инербеҙ тип уйлайым. Ғөмүмән, беҙ алдынғыларҙың береһе булырға тейеш, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов.
http://www.bashinform.ru/news/1120551-dokhodnost-selkhozkooperativov-v-2018-godu-dolzhna-prevysit-1-mlrd-rubley-rustem-khamitov/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика