13:19 (UTC+5), 21 Февраля 2018

Төбәктең ауыл хужалығы предприятиелары 6,3 миллиард һумлыҡ суммаға льготалы ҡыҫҡа сроклы кредит алыуға дәғүә итә

sputnik.by
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 21 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. 20 февралгә ҡарата мәғлүмәттәр буйынса, Рәсәйҙең Ауыл хужалығы министрлығына Башҡортостандың ауыл хужалығы предприятиеларынан 6,3 миллиард һумлыҡ суммаға льготалы ҡыҫҡа сроклы кредит алыу өсөн 245 ғариза килгән. Был программа икенсе йыл эшләй. Предприятиелар бер нисә банктан йылына 5% льготалы ставка буйынса бурысҡа аҡса ала, дәүләт иһә уларға алып еткермәгән килемде кире ҡайтара. Башҡортостан предприятиеларына кредит өсөн банктарға компенсация 352 миллион һум тәшкил итә.
Займдарҙың суммаһы уртаса 3-4 миллион һум тәшкил итә. Бәләбәй һөт комбинаты һәм «Базы» ауыл хужалығы етештереү кооперативы — 300 миллион һум, «Центральная» МТС-ы 480 миллион һум һорай. Заемсылар араһында крәҫтиән-фермер хужалыҡтары ла бар, улар 1,3 миллиард һумлыҡ суммаға 165 ғариза биргән. Займдарҙың күпселек өлөшө — үҫемлекселекте үҫтереү өсөн. Башҡортостан дәүләт ярҙамын әүҙем файҙаланған төбәктәр иҫәбенә инә, тип билдәләнеләр республиканың Ауыл хужалығы министрлығында.
http://www.bashinform.ru/news/1120386-selkhozpredpriyatiya-bashkirii-pretenduyut-na-poluchenie-lgotnykh-kratkosrochnykh-kreditov-na-summu-/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика