04:10 (UTC+5), 21 Февраля 2018

Рөстәм Хәмитов Альфа-банктың Директорҙар советы рәйесенең беренсе урынбаҫары Олег Сысуев менән осрашты

Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2018 йыл, 21 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Кисә Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов «Альфа-Групп» консорциумы Күҙәтеү советы ағзаһы, «Альфа-Банк» акционерҙар йәмғиәтенең Директорҙар советы рәйесенең беренсе урынбаҫары Олег Сысуев менән осрашты.
Осрашыуҙа Альфа-банк вице-президенты Владимир Соболев, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов, республиканың финанс министры Рида Собханғолова, Рәсәй банкы Урал баш идаралығының Башҡортостан буйынса Милли банкы – бүләксә идарасыһы Марат Кашапов һәм «Башҡортостан» операциялар офисы идарасыһы Виктор Шумилов ҡатнашты.
Яҡтар Альфа-Банк, X5 Retail Group, «Росводоканал» һәм башҡа компаниялар ингән «Альфа-Групп» консорциумы менән төбәктең хеҙмәттәшлек мәсьәләләрен, уртаҡ проекттарҙы тормошҡа ашырыу перспективаларын тикшерҙе.
- Республика Башлығы беҙгә төбәктең иҡтисади хәле хаҡында һөйләне. Беҙ бөтә йүнәлештәр буйынса баҙарҙы нисек күҙ алдына килтереүебеҙ тураһында уртаҡлаштыҡ, – тип хәбәр итте Олег Сысуев осрашыуҙан һуң. – Беҙ инфраструктура проекттарында, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, бюджет өлкәһе, ваҡлап һатыу менән бәйле проекттарҙа хеҙмәттәшлек йүнәлештәрен өйрәндек.
Урындағы тауар етештереүселәргә булышлыҡ итеү әңгәмә темаларының береһе булды.
- Республика Башлығы кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ вәкилдәре өсөн хәүеф менән бәйле ваҡлап һатыу баҙарын монополиялаштырыуға борсолоуын белдерҙе, – тине Олег Сысуев. – Уның белдереүҙәрен аңлайбыҙ һәм урындағы етештереүселәргә, кесе һәм урта эшҡыуарлыҡҡа беҙҙең менән бергә эштә ярҙам итеү мөмкинлектәрен мотлаҡ ҡарарға һөйләштек.
http://www.bashinform.ru/news/1119930-rustem-khamitov-vstretilsya-s-pervym-zamestitelem-predsedatelya-soveta-direktorov-alfa-banka-olegom-/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика