08:22 (UTC+5), 20 Февраля 2018

Республиканың Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы дивидендтарҙы «Башспирт» һәм «Өфө» аэропортын үҫтереүгә ҡалдырырға хәл итте

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 20 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Башҡортостандың Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы 2018 йылда «Башспирт» һәм «Өфө халыҡ-ара аэропорты» акционер йәмғиәттәренән (республика милкендә) дивидендтар алмай. Аҡса инвестиция проекттарын ғәмәлгә ашырыуға йүнәлтелә, тип хәбәр итте ведомство башлығы һәм Башҡортостан хөкүмәте вице-премьеры Евгений Гурьев йомғаҡлау коллегияһында.
«Ошо фазала республика дивидендтарҙан баш тарта ала, тип иҫәпләйбеҙ. Әле тормошҡа ашырылған инвестиция проекты артабан килемде арттырырға мөмкинлек бирергә тейеш. Аэропорттың 2017 йыл йомғаҡтары буйынса яҡынса килеме — 500 миллион һум. Ошо сумманан 25-35% алырға мөмкин булыр ине (125 миллион һумдан кәм түгел), беҙ уны үҫеш өсөн ҡалдырабыҙ», — тине вице-премьер.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, аэропорт эске һауа юлдары терминалын яңырта. «Башспирт» Булгаков ауылы эргәһендә яңы биналар төҙөй һәм производствоны яңыртыу эштәрен алып бара.
http://www.bashinform.ru/news/1119167-minzeimushchestva-bashkirii-razreshilo-ostavit-dividendy-na-razvitie-bashspirtu-i-aeroportu-ufa/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика