03:40 (UTC+5), 19 Февраль 2018

Сочиҙа инвестиция форумында Башҡортостан 70 миллиард һумлыҡ килешеүҙәр төҙөгән

Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2018 йыл, 19 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. «Сочи-2018» Рәсәй инвестиция форумында төбәк Башлығы Рөстәм Хәмитов етәкләгән Башҡортостан делегацияһы яҡынса 70 миллиард һумлыҡ килешеүҙәр төҙөгән. Был турала республика Башлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.
Атап әйткәндә, төбәк Хөкүмәте «Чжифан» компанияһы менән килешеү төҙөнө. Ул Благовещенда трактор заводы төҙөлөшөн 6 миллиард һумға инвестициялай.
Бынан тыш, инвестиция ниәте буйынса дөйөм 63,5 миллиард һумлыҡ документтар төҙөлгән. Улар иҫәбендә – агросәнәғәт комплексы өлкәһендәге проекттарҙы тормошҡа ашырыу буйынса Башҡортостан ит компанияһы, экология өлкәһендәге проекттарҙы ғәмәлгә ашырыу буйынса «ГринОйл» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, шулай уҡ республикала социаль инфраструктура объекттарын төҙөргә ниәтләнгән Төркиәнең «СМК Төҙөлөшинвест» ойошмаһы менән килешеүҙәр.
Республиканың Иҡтисади үҫеш министрлығы «Бәләбәй» йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһенең яңы резиденты буласаҡ Башҡортостан заманса нефть-газ ҡорамалдары заводы менән килешеү төҙөнө.
Шулай уҡ ВТБ банкы, Мәскәү кредит банкы һәм Рәсәй Хөкүмәте ҡарамағындағы Аналитика үҙәге етәкселеге менән һөйләшеүҙәр булды.
Форум сиктәрендә Стратегик башланғыстар агентлығы һәм Внешэкономбанк менән үҙ-ара эшмәкәрлек тураһында меморандумға, республиканың Владимир өлкәһе, «Росконгресс» фонды һәм Рәсәй Юристар союзы, Милли конгресс-бюроһы менән хеҙмәттәшлеге хаҡында килешеүҙәргә ҡул ҡуйылды.
- Ошондай килешеүҙәр был сараларҙы республикала льготалы шарттарҙа тигәндәй – йәғни аҙ финанс сығымдар һәм киң мәғлүмәт сараларында ҙур яҡтыртыу менән уҙғарырға мөмкинлек бирә, – тине Рөстәм Хәмитов.
http://www.bashinform.ru/news/1118551-na-investforume-v-sochi-bashkortostanom-zaklyucheny-soglasheniya-na-70-mlrd-rubley/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика