09:07 (UTC+5), 19 Февраля 2018

БИЗНО заводы «Бәләбәй» йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһенең бишенсе резиденты булырға ниәтләй

Башҡортостандың Иҡтисади үҫеш министрлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 19 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Башҡортостандың Бәләбәй ҡалаһында йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһенең бишенсе резиденты барлыҡҡа килеүе ихтимал. Сочи инвестиция форумында Башҡортостандың Иҡтисади үҫеш министрлығы, Бәләбәй хакимиәте һәм «Башҡортостандың нефть һәм газ ҡорамалдары заводы» (БИЗНО) яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте араһында өс яҡлы килешеүгә ҡул ҡуйылды. Завод биләмәлә льготалар биргән яңы производство асырға ниәтләй. Инвестициялар күләме — миллион һум, эш урындары — 180.
Республиканың Күмертау һәм Бәләбәй ҡалаларында ике йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһе эшләй, 12 компания уларҙың резиденты булып тора.
«Моноҡалалар араһында Күмертау алда бара, беҙ унда федераль ярҙамдың барлыҡ төрҙәрен дә тиерлек бойомға ашырҙыҡ: инженер инфраструктураһына, тимер, автомобиль юлдарына, төрлө инженер селтәрҙәренә Моноҡалаларҙы үҫтереү фондынан субсидиялар бүленде. Предприятие-инвестор 1 миллиард һум күләмендә льготалы кредит алды, был Моноҡалаларҙы үҫтереү фонды биргән һәм хөкүмәт комиссияһы хуплаған тәүге кредит булды. Республика социаль инфраструктура объекттарына ла аҡса һала. Күмертауҙың моноҡалалар исемлегенән сығыу өсөн бөтә мөмкинлектәре лә бар, тип иҫәпләйбеҙ», — тине Башҡортостандың иҡтисади үҫеш министры Сергей Новиков ТАСС агентлығына интервьюһында.
http://www.bashinform.ru/news/1118908-v-bashkirii-zavod-bizno-planiruet-stat-pyatym-rezidentom-toser-belebey-/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика