10:00 (UTC+5), 19 Февраля 2018

Башҡортостанда йәшәүсе ипотека буйынса ҙур бурысы өсөн фатирһыҙ ҡалған

асыҡ сығанаҡтарҙан
Ольга Мортазина
ӨФӨ, 2018 йыл, 19 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Дүртөйлө ҡалаһында йәшәүсе, 3 бүлмәле фатирға ипотека алып, түләүҙәр буйынса ҙур бурыс йыйған. Бирәсәге 2,5 миллион һумға еткәс (процент менән бергә), банк залогтағы мөлкәтте (фатирҙы) тартып алыу турындағы ғариза менән судҡа мөрәжәғәт иткән.
Суд приставтары килгәндән һуң, ир кеше хәлде яйға һалырға, шул иҫәптән бурысты ҡапларға маташҡан, әммә кире яуап алған. 10 көн эсендә бурысын ҡапларға аҡса тапмаған, хәҙер фатир һатыуға ҡуйыла.
2017 йылда республиканың суд приставтары бурыслыларҙың милегенә ҡарата 7 миллиард 638 миллион 162 мең һумға 17 015 ҡулға алыу акты төҙөгән. Уларҙан 274,64 миллион һумлыҡ милек һатылған. Бурыстарҙы ҡаплау иҫәбенә талап итеүселәргә бурыслыларҙың дөйөм 672 миллион һумлыҡ милеге тапшырылған, тип хәбәр иттеләр Федераль суд приставтары хеҙмәтенең Башҡортостан идаралығынан.
http://www.bashinform.ru/news/1118974-zhitel-bashkirii-lishilsya-kvartiry-za-bolshie-dolgi-po-ipoteke/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика