05:00 (UTC+5), 19 Февраля 2018

Баш ҡала Волга буйы федераль округында бензинға хаҡтар буйынса иң арзан ҡалалар иҫәбендә

Олег Яровиков
Наталья Овчарук
ӨФӨ, 2018 йыл, 19 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/. Рәсәй статистика хеҙмәте белгестәре 2018 йылда февралдең тәүге яртыһына нефть продукттары баҙарында ҡулланыусыларҙың хаҡтарын анализлаған һәм ҡалалар рейтингын төҙөгән. Волга буйы федераль округында Өфө тәүге иң осһоҙ бензинлы ҡалалар исемлегенә ингән. Баш ҡала халҡы һәм ҡунаҡтары бер литр яғыулыҡ өсөн уртаса 38,49 һум түләй. Волга буйы федераль округында арзан бензин буйынса өс алдынғыға шулай уҡ Пенза һәм Ульяновск инә.
Билдәләп үтергә кәрәк, өфөләргә һәм килгәндәргә АИ-80 маркалы яғыулыҡ – 37 һум 52 тингә, АИ-92 – 40 һум 51 тингә, АИ-95 – 44 һум 49 тингә, дизель яғыулығы 40 һум 57 тингә төшә.
http://www.bashinform.ru/news/1118751-stolitsa-bashkirii-voshla-v-chislo-gorodov-pfo-s-samym-deshevym-benzinom/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика