04:00 (UTC+5), 16 Февраль 2018

ВТБ менән бергә тормошҡа ашырырға теләгән проекттар бар – Рөстәм Хәмитов

Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2018 йыл, 16 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. «Сочи-2018» Рәсәй инвестиция форумы даирәләрендә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов ВТБ банкы президенты урынбаҫары – идара рәйесе Денис Бортников менән осрашты.
Яҡтар банктың төрлө өлкәләге өҫтөнлөклө проекттарҙа ҡатнашыу, республиканың реаль иҡтисады секторына булышлыҡ итеү һәм уны үҫтереү өлкәһендә хеҙмәттәшлек һорауҙары буйынса эшмәкәрлекте артабан үҫтереү мәсьәләләрен тикшерҙе.
- ВТБ банкы менән күптәнән инде һөҙөмтәле эшләп киләбеҙ, – тине Рөстәм Хәмитов. – Һеҙҙең менән бергә торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендә, яңы предприятиелар төҙөү, инфраструктураны үҫтереү буйынса тормошҡа ашырырға теләгән проекттар бар.
- Башҡортостан илдең юғары кимәлдә бизнесты үҫтереү потенциалына эйә булған ҙур төбәктәрҙең береһе булып тора. ВТБ республика Хөкүмәте менән берлектә мөһим проекттарҙы уңышлы ғәмәлгә ашыра ла инде, – тип билдәләне Денис Бортников, осрашыу йомғаҡтарына комментарий биреп. – Ярҙамыбыҙ артабан да төбәктең иҡтисадын нығытыуға булышлыҡ итер тип ышанам.
http://www.bashinform.ru/news/1117857-est-proekty-kotorye-my-khoteli-by-realizovat-vmeste-s-vtb-rustem-khamitov/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика