08:00 (UTC+5), 16 Февраль 2018

«Урал капиталы» банкының аҡса һалыусыларына түләүҙәр 1 марттан ҡалмай бирелә башлай

vi2015.ru
vi2015.ru
Ольга Мортазина
ӨФӨ, 2018 йыл, 16 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Кисә, 15 февралдә, Рәсәй банкы «УралКапиталБанк» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең Өфөләге «Урал капиталы» коммерция банкының лицензияһын тартып алды. Аҡса һалыусыларҙың страховкаһы буйынса агентлыҡта кредит ойошмаға ҡарата страховка осрағы башланыуын хәбәр иттеләр.
Банктың аҡсаларҙы мотлаҡ страховкалау системаһында ҡатнашыу (реестр буйынса 473-сө) менән бәйле уның һәр аҡса һалыусыһы, шул иҫәптән шәхси эшҡыуарҙар вкладтар буйынса аҡсаһын ҡайтарыуға хоҡуҡлы. Ул аҡса һалыусыға банктағы, шул иҫәптән эшҡыуарлыҡ өсөн асылған бөтә иҫәптәре һәм вкладтары тулы күләмдә ҡайтарыла, әммә дөйөм алғанда 1,4 миллион һумдан күберәк түгел.
Страховка менән ҡапланмаған сумма беренсе сираттағы кредиторҙарҙың талаптарында банкты бөтөрөү барышында түләнәсәк. Сит ил валютаһындағы вкладтар 15 февралгә ҡарата Рәсәй банкы курсы буйынса һумда ҡайтарыласаҡ.
Түләүҙәр 1 марттан да ҡалмай түләнә башлаясаҡ. Алдан матбуғатта ғариза ҡабул итеү урыны, ваҡыты, формаһы, тәртибе хаҡында рәсми иғлан буласаҡ.
Граждандарҙан оператив рәүештә ғариза ҡабул итеү һәм тиҙ түләү өсөн Агентлыҡ банк-агенттар менән эш алып барырға ниәтләй. Уларҙы 2018 йылдың 21 февраленән дә ҡалмай конкурс нигеҙендә һайлайҙар.
Аҡса һалыусылар вклад буйынса зыянды ҡаплау тураһында ғаризаларҙы банкты бөтөрөү осоро барышында бирә ала.
Индерем буйынса түләүҙәрҙе ҡаплау тәртибе хаҡында өҫтәмә мәғлүмәтте Агентлыҡтың 8-800-200-08-05 ҡыҙыу элемтә телефоны буйынса, шулай уҡ сайттың «Вкладтарҙы страховкалау/Страховка осраҡтары» бүлегендә алырға мөмкин.
http://www.bashinform.ru/news/1117633-vyplaty-vkladchikam-banka-uralskiy-kapital-nachnutsya-ne-pozdnee-1-marta-2018-goda/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика