11:39 (UTC+5), 16 Февраля 2018

Республикала Рәсәй тимер юлдары тимер юл инфраструктураһын яңыртыуға 2,5 миллиард һумдан ашыу аҡса бүлә

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 16 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Дарья Петрова/. 2018 йылда Рәсәй тимер юлдары Башҡортостан биләмәһендә инфраструктура объекттарына 2,5 миллиард һумдан ашыу аҡса һалырға ниәтләй. Был турала Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты коллегияһы ултырышында Куйбышев тимер юлының Башҡортостан буйынса баш инженеры урынбаҫары Ринат Фазылов белдерҙе.
Аҡса Глуховская ярҙамсы станцияһын техник яҡтан йыһазландырыуға, Раевка — Аксен участкаһында бәйләнеш селтәрен булдырыуға, Приютово — Аксаково, Төлмәй — Инйәр, Оло Тәләк — Әшә һәм Черниковка — Шакша тимер юлдарын реконструкциялауға йүнәлтелә, тип хәбәр итә Рәсәй тимер юлдарының матбуғат хеҙмәте. Шулай уҡ 117,4 саҡрымлыҡ юлдарҙы ремонтлау һәм 54 юл тоташтырыу ҡоролмаһын яңыртыу күҙаллана.
2017 йылда Башҡортостанда тимер юл инфраструктураһын яңыртыуға 1,7 миллиард һумдан ашыу бүленгән: ошо аҡсаға 78,6 саҡрымлыҡ юл йүнәтелгән, 44 юл тоташтырыу ҡоролмаһы алмаштырылған, 88 ултырыу платформаһында күләгәле япма ҡуйылған.
http://www.bashinform.ru/news/1118060-v-bashkirii-rzhd-vlozhit-v-modernizatsiyu-zheleznodorozhnoy-infrastruktury-bolee-2-5-mlrd-rubley/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика