07:30 (UTC+5), 15 Февраля 2018

Республиканың Экология министрлығы ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү буйынса төбәк операторҙары һайлай

Махсус экологик транспорт
Ольга Мортазина
ӨФӨ, 2018 йыл, 15 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. 15 февралдә Башҡортостандың Экология министрлығы ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү буйынса төбәк операторҙарын һайлауға конкурс иғлан итә. Был турала журналистар менән осрашыуҙа министр Илдар Һаҙыев хәбәр итте. 1 майға ведомство килешеү төҙөргә, 2019 йылдан система эшләй, шул иҫәптән халыҡтан түләүҙәр ҡабул итә башларға тейеш.
«Алдан сүп-сарҙы полигондарҙа йыйыу уларҙы берҙән-бер утилләштереү алымы булды. Хәҙер эшкәртеү менән шөғөлләнгән эшҡыуарлыҡ ҡатнашлығы ҡаралған, әлбиттә, был өлкәне дәүләт контроленән ситтә ҡалдырырға ярамай», — тип билдәләне тәбиғәттән файҙаланыу министры.
Республикала 48 ҙур ҡаты коммуналь ҡалдыҡ полигондары тирәләй сүп-сарҙы эшкәртеү буйынса 153 предприятие йыйылған. «Йәғни, башҡа төбәктәрҙән айырмалы рәүештә, республикала башланғыс майҙансыҡ бар, бында нигеҙҙән алып эшләргә тура килмәйәсәк», — тип аңлатма бирҙе Илдар Һаҙыев.
http://www.bashinform.ru/news/1117080-minekologii-bashkirii-obyavlyaet-konkurs-na-otbor-regionalnykh-operatorov-po-obrashcheniyu-s-tko/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика