Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.14
0
92.22
0
67.96
+2.11
24+ °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
15 Февраль 2018, 07:30
Башҡортостанда эшһеҙҙәрҙе иҫәпләгәндәр
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2018 йыл, 15 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Уҙған аҙнала «рәсми» эшһеҙҙәр һаны 400 кешегә артҡан һәм 21,8 меңгә тиерлек еткән, тип хәбәр иттеләр «Башинформ» агентлығына мәшғүллек хеҙмәтенән.
Ағымдағы йыл башында Башҡортостанда 20,8 мең самаһы рәсми теркәлгән эшһеҙ иҫәпләнгән.
Теркәлгән эшһеҙлек кимәле бер аҙнала 0,02 процентҡа артҡан һәм 1,09 процент тәшкил иткән. Йыл башында был күрһәткес төбәктә 1 процентҡа тиң ине.
Республиканың вакансиялар банкында бөгөн 41 мең эш урыны иҫәпләнә, йыл башында 43 мең булған.
http://www.bashinform.ru/news/1116833-v-bashkirii-podschitali-chislennost-bezrabotnykh/
Автор:
Галина Бахшиева
Теги:
халыҡ мәшғүллеге
эшһеҙҙәр
Читайте нас: