06:00 (UTC+5), 14 Февраль 2018

Рәсәйҙең йәшәү өсөн иң яҡшы төбәктәре аталды – Башҡортостан күрһәткәстәрен бер баҫҡысҡа яҡшыртҡан

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Эльмира Сабирова
ӨФӨ, 2018 йыл, 14 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. «РИА Рейтинг» Рәсәй төбәктәрендә халыҡ тормошоноң сифат рейтингын баҫып сығарҙы. Башҡортостан уҙған йыл менән сағыштырғанда үҙ торошон бер билдәгә яҡшыртҡан һәм хәҙер 24-се баҫҡысты биләй.
Тәүге һәм һуңғы ун төбәк исемлеге үҙгәрешһеҙ тиерлек ҡалған. Рәсәй Федерацияһы субъекттары араһында йәшәү сифаты буйынса Мәскәү, Санкт-Петербург һәм Мәскәү өлкәһе алдынғылыҡты биләй. Иң уңайһыҙҙар – Тыва һәм Ингушетия.
Белгестәр килем, хеҙмәт баҙары, торлаҡ шарттары, хәүефһеҙлек, кешеләр сәләмәтлеге, мәғариф, климат, экология, инфраструктура, кесе эшҡыуарлыҡ үҫеше кимәлен тасуирлаған 72 күрһәткесте файҙаланған. Рейтингты төҙөгәндә Рәсәй статистика хеҙмәте, Һаулыҡ һаҡлау, Финанс министрлыҡтары, Үҙәк банк мәғлүмәттәре, башҡа асыҡ сығанаҡтар ҡулланылған.
Тәүге өс төбәк йыйған балдар 70-тән күберәк. Башҡортостан 50,53 балл йыйған. Был тотош Рәсәй буйынса уртаса кимәлдән юғары – 45,12. Әйткәндәй, ул былтырғынан 1,16 билдәгә күтәрелгән.
http://www.bashinform.ru/news/1116679-nazvany-samye-luchshie-dlya-zhizni-regiony-rossii-bashkiriya-uluchshila-svoyu-pozitsiyu-na-odin-punk/
1 из 5
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика