03:30 (UTC+5), 14 Февраль 2018

Башҡортостанда сәнәғәт етештереү күләме 1,5 триллион һумға еткән

Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2018 йыл, 14 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Кисә Стәрлетамаҡта республиканың Сәнәғәт һәм инновацион сәйәсәт министрлығының коллегияһы үтте. Күсмә ултырыш барышында министрлыҡтың 2017 йылғы эшенә йомғаҡ яһалды һәм алдағы осорға өҫтөнлөклө бурыстар билдәләнде.
- Бөгөн беҙ республиканың һәм илдең танылған сәнәғәт үҙәгендә – Стәрлетамаҡта. Химия, нефть химияһы һәм машина эшләү бында бик яҡшы күрһәтелгән һәм үҫешкән, – тине Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов ултырышты асып. – Дөйөм алғанда, уҙған йыл йомғаҡтары һәйбәт. Эш хаҡы артҡан. Милли инвестиция мөхите рейтингында республиканың торошо яҡшырған. Беҙҙең бюджет профицит менән үтәлгән. Бик түбән инфляция кимәле теркәлгән. Рәсәй Президентының «майҙағы» указдары үтәлгән. Улар бюджет, социаль өлкә хеҙмәткәрҙәренең уртаса эш хаҡын республикалағы уртаса эш хаҡына еткереүҙе күҙ уңында тота.
Шуның менән бергә республика етәксеһе процент нисбәтендә Рәсәй иҡтисадында Башҡортостандың өлөшө сәнәғәт етештереү күләме 2,6-2,8 процент тәшкил итеп, үҙгәрешһеҙ ҡалыуын билдәләне. Әммә һуңғы йылдарҙа ярайһы уҡ әүҙем үҫешкән, заманса етештереү урындары индергән төбәктәр бар. Шуға республикаға ҡалышырға ярамай һәм өс процент билдәһенә яҡынлашырға кәрәк. Бының өсөн бөтә мөмкинлектәр ҙә бар.
Республиканың сәнәғәт һәм инновацион сәйәсәт министры Алексей Карпухин тармаҡтың 2017 йылғы төп эш йомғаҡтарын билдәләп үтте.
Төбәктә дөйөм сәнәғәт етештереү күләме 1,5 триллион һумға еткән. Был күрһәткес буйынса Башҡортостан Рәсәйҙә 11-се урында һәм Волга буйы федераль округында икенсе урында тора. Йыл дауамында бер төркөм тармаҡ ыңғай динамика күрһәткән: ул иһә ҡағыҙ һәм ҡағыҙҙан изделиелар эшләү, йорт йыһаздары, электрон баҫмалар, шулай уҡ машина эшләү.
Дөйөм алғанда, сәнәғәт тармағында табыш 138 миллиард һумдан артҡан. Уртаса айлыҡ эш хаҡы 6,7 процентҡа артҡан һәм 37 мең һум тәшкил иткән.
http://www.bashinform.ru/news/1116559-obyem-promyshlennogo-proizvodstva-v-bashkortostane-dostig-1-5-trln-rubley/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика