11:45 (UTC+5), 14 Февраля 2018

Башҡортостан аграрийҙары Германияның органик ауыл хужалығы өлкәһендәге тәжрибәһен үҙләштерә

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 14 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостан хөкүмәте вице-премьеры Илшат Фәзрахманов етәкселегендәге республика делегацияһы — рәсми сәфәр менән Германияла.
Сәфәрҙең маҡсаты — BIOFACH халыҡ-ара органик туҡланыу продукттары күргәҙмәһендә ҡатнашыу, шулай уҡ органик ауыл хужалығы производствоһы һәм экологик яҡтан таҙа аҙыҡ-түлек етештереү өлкәһендә хеҙмәттәшлекте үҫтереү.
Башҡортостан ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институтының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, сара «Германия-Рәсәй аграр-сәйәси диалогы» кооперация проекты сиктәрендә ойошторолған.
Кисә республика аграрийҙары органик ауыл хужалығын ҡулланған һәм 1992 йылдан Naturland органик союзына ҡараған «Айхетхоф» предприятиеһында булды. Делегация ағзалары башҡа төп ауыл хужалығы предприятиелары, аграр сәнәғәт комплексы белгестәрен әҙерләү менән шөғөлләнгән уҡыу йорттары менән дә танышырға ниәтләй.
15 февралдә BIOFACH күргәҙмәһендә Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығы, «Германия-Рәсәй аграр-сәйәси диалогы» һәм Рәсәйҙең Милли органик союзы берлектәге сара — «Органик ауыл хужалығы — Германия-Рәсәй хеҙмәттәшлегенең яңы мөмкинлектәре» панель дискуссияһын уҙғара.
BIOFACH — органик ауыл хужалығы өлкәһендәге ҙур күргәҙмә. Былтыр унда донъяның төрлө илдәренән 51 меңдән ашыу ауыл хужалығы белгесе ҡатнашты. Быйыл BIOFACH күргәҙмәһендә илебеҙҙән тәүгә Made in Russia коллектив стенды тәҡдим ителә.
Рәсәйҙең Made in Russia милли стенды сит илдәге коллегалар менән тәжрибә алмашыу өсөн берҙән-бер эшлекле майҙансыҡ булмаҡсы.
http://www.bashinform.ru/news/1116794-agrarii-bashkirii-perenimayut-nemetskiy-opyt-v-oblasti-organicheskogo-selskogo-khozyaystva/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика