06:30 (UTC+5), 13 Февраля 2018

Киләһе йылдан Стәрлетамаҡта һөт фабрикаһы – балалар туҡланыуы кухняһы эшләй башлай

Олег Яровиков
Гөлфиә Акулова
ӨФӨ, 2018 йыл, 13 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Киләһе йылдан Стәрлетамаҡта һөт фабрикаһы – балалар туҡланыуы кухняһы эшләй башлай. Башҡортостандың Сауҙа һәм ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитетының тейешле проект башланғысы кисә Башҡортостан Хөкүмәте Президиумы ултырышында хуплау тапты.
Проект һөт ризыҡтарында: һөттә, эремсектә, ҡатыҡта һәм башҡа әсетелгән аҙыҡ-түлектә өс йәшкәсә ике мең самаһы баланың ихтыяжын ҡәнәғәтләндерергә тейеш, тип хәбәр иттеләр төбәк Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтенән. Дәүләт комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Нина Фазылова һүҙҙәренсә, Стәрлетамаҡтан тыш, һөт кухняһы Салауат, Күмертау ҡалаларын, Ишембай һәм Мәләүез райондарын хеҙмәтләндерәсәк. Урындағы тауар етештереүселәрҙән сеймал алыу күҙаллана, ул аҙыҡ-түлек һатыу баҙарының тотороҡлоғон тәьмин итергә мөмкинлек бирәсәк. Өс йәшкәсә бала тарбиәләгән аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә электрон аҙыҡ-түлек картаһы аша адреслы аҙыҡ-түлек ярҙамы системаһы ярҙамында һатыу күҙаллана.
Проектты ғәмәлгә ашырыу өсөн республика ҡаҙнаһынан 19,3 миллион һум бүлеү ҡаралған. Кәмендә 15 эш урыны булдырыласаҡ. Киләсәктә сығарыласаҡ тәбиғи сифатлы һөт продукцияһы менән дөйөм һәм мәктәпкәсә белем биреү ойошмалары, ваҡлап һатыу предприятиелары тәьмин ителәсәк.
http://www.bashinform.ru/news/1115785-v-sleduyushchem-godu-v-sterlitamake-zarabotaet-molochnaya-fabrika-kukhnya-detskogo-pitaniya/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика