13:23 (UTC+5), 13 Февраля 2018

Башҡортостанда төбәктең биш ҡалаһын үҙ эсенә алған 300 саҡрымға яҡын түләүле юл һалына

асыҡ сығанаҡтарҙан
асыҡ сығанаҡтарҙан
ӨФӨ, 2018 йыл, 13 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/. Башҡортостандан «Европа – Көнбайыш Ҡытай» халыҡ-ара транспорт маршруты үтә. Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты етәксеһе Тимур Мөхәмәтйәнов оператив кәңәшмәлә ошо хаҡта белдерҙе. Шулай уҡ проекттың дәүләт-шәхси партнерлыҡ форматында күҙ уңында тотолоуын билдәләп үтергә кәрәк.
«Инвестиция проекты республика биләмәһендә «Баулы – Күмертау» автомобиль юлын төҙөүҙе күҙ уңында тота. Маршрутҡа бер миллиондан ашыу кеше йәшәгән ҙур сәнәғәт ҡалалары: Стәрлетамаҡ, Ишембай, Салауат, Мәләүез, Күмертау индерелгән», — тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтенән.
Беренсе класлы дүрт һыҙатлы түләүле юлдың оҙонлоғо – 283,3 саҡрым. Ул транспорт сығымдарын өс тапҡырға кәметергә мөмкинлек бирә һәм сауҙа өсөн яңы мөмкинлектәр аса.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Европа – Көнбайыш Ҡытай» маршруты Ҡытайҙан һәм Үҙәк Азиянан йөк ағымдарын Рәсәй төбәктәре һәм Көнбайыш Европа порттары менән тоташтырыуға йүнәлтелгән. Төҙөлөш Рәсәйҙең 2030 йылға тиклемге транспорт стратегияһында ҡаралған.
http://www.bashinform.ru/news/1116052-v-bashkirii-postroyat-pochti-300-km-platnoy-dorogi-v-zonu-kotoroy-voydut-pyat-gorodov-regiona/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика