04:15 (UTC+5), 13 Февраля 2018

Башҡортостанда ҡарҙа һыу запасы норманан 70 процентҡа аҙ

ru.depositphotos.com
Ольга Мортазина
ӨФӨ, 2018 йыл, 13 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Авиация гамма-төшөрөү мәғлүмәттәренә ярашлы, Башҡортостанда әлеге ваҡытта ҡарҙа һыу запасы – норманан 30 процентҡа кәм, тип хәбәр иттеләр республиканың Экология министрлығынан. «Ағымдағы осорға оҡшаш хәл 1967, 1984, 2009 йылдарҙа күҙәтелгән. Февралдә ҡар яумаясағы билдәле инде. Әммә, беренсенән, алда март айы, икенсенән, ҡарҙың аҙ булыуы ташҡындың ҙур булмауын дәлилләмәй», — тип билдәләне министр урынбаҫары Виталий Тюр.
Атап әйткәндә, республика буйлап тупраҡ – норма сиктәрендә, ә Урал аръяғында хатта норманан юғарыраҡ туңған, 1,5 метрға тиклем. Ҡапыл йылыта йәки ямғыр яуа башлау йылғаларҙы ирегән һыу менән әүҙем тәьмин итәсәк һәм һөҙөмтәлә ташҡын да юғары кимәлдә буласаҡ.
Киләһе айҙа ла ҡар булмаһа, аҙ һыулылыҡ булыуы ихтимал, шул сәбәпле һыуһаҡлағыстар күп запас эшләй алмаясаҡ. Ләкин, ниндәйҙер фараздар тураһында һүҙ йөрөтөргә иртә әле. Синоптиктар 2018 йылға яҙҙың тәүге төҫмөрләүҙәрен ғәҙәттәгесә 25 мартҡа әҙерләй, тип хәтергә төшөрҙөләр республиканың Экология министрлығында.
http://www.bashinform.ru/news/1115967-v-bashkirii-zapasov-vody-v-snege-menshe-normy-na-70/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика