12:41 (UTC+5), 13 Февраля 2018

Башҡортостан һанлы иҡтисадты үҫтереү процесында әүҙем ҡатнаша

автор
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 13 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостан һанлы иҡтисадты үҫтереү процесында әүҙем ҡатнаша, тип белдерҙе бөгөн Әбйәлил районында барған Финанс өлкәһенең мәғлүмәт хәүефһеҙлеге буйынса Х Урал форумында республика хөкүмәте премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов.
«Бурысыбыҙ – төбәктә һанлы иҡтисад өлкәһендәге проекттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн барлыҡ шарттар булдырыу. Бөтә тораҡ пункттарҙы юғары тиҙлекле интернет менән тәьмин итеү мөһим. Әлеге ваҡытта республикала интернет булмаған ошондай 44 пункт ҡалған», — тип хәбәр итте премьер.
Рөстәм Мәрҙәнов үҙенең сығышында билдәләүенсә, Башҡортостандағы барлыҡ социаль учреждениеларҙа интернетҡа сығыу мөмкинлеге бар.
Бынан тыш, төбәктә «ошо өлкәләге эштәр менән шөғөлләнгән» махсус кластер ойошторолған.
Республикала электрон белем биреү өлкәһендәге проекттар уңышлы ғәмәлгә ашырыла. Электрон белем биреүҙе үҫтереү буйынса Башҡортостан — илдә иң яҡшы төбәктәр иҫәбендә.
«Банк өлкәһендәге мәғлүмәт именлегенә арналған форум беҙҙең өсөн бик мөһим. Банктар һанлы иҡтисадта хеҙмәттәрҙе үҫтереү буйынса лидерҙарҙың береһе булып тора. Байтаҡ яңы технологиялар тәүҙә республикабыҙҙа әҙерләнгән. Башҡортостан киләсәктә лә ошо процеста әүҙем ҡатнашырға ниәтләй. Беҙ артабан да ошо проекттарҙы әүҙем бойомға ашырырға әҙербеҙ», — тип йомғаҡ яһаны республика хөкүмәте премьер-министры.
http://www.bashinform.ru/news/1116249-bashkiriya-aktivnyy-uchastnik-protsessa-razvitiya-tsifrovoy-ekonomiki/
1 из 3
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика