09:00 (UTC+5), 09 Февраля 2018

Төбәктә меңләгән агрономды бушлай уҡыталар

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Галина Бахшиева
ӨФӨ, 2018 йыл, 9 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостандың Ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институтында хужалыҡ агрономдарын һәм етәкселәрен үҫемлекселектә яңы технологияларға өйрәтәләр.
Республиканың Ауыл хужалығы министрлығы «1000 агроном» проекты сиктәрендә бушлай квалификация күтәреү курстары башлап ебәргән. Уға ярашлы, йыл дауамында кәмендә мең белгес уҡып сығырға тейеш.
Курс программаһына бөтә үҫемлекселек йүнәлештәре инә. Рапс, соя, ноҡот кеүек юғары табышлы культураларҙы үҫтереүгә айырыуса иғтибар бүленә. Сәсеү майҙандары структураһына ҡарата алым етештерелгән продукцияның үҙ хаҡын кәметеү яғынан ҡайтанан ҡаралырға тейеш, тип иҫәпләй белгестәр.
Тармаҡтағы яңылыҡтар һәм культураларҙы үҫтереү нескәлектәре менән тыңлаусыларҙы Башҡортостан, Рәсәй ғалимдары таныштырасаҡ. Теоретик белем алыу менән бер рәттән, тыңлаусыларҙың үҫемлекселектең төрлө тармаҡтарынан алдынғы белгес-практиктар менән аралашыу мөмкинлеге лә буласаҡ.
Шул уҡ ваҡытта һәр ағым өсөн программа тәбиғи-һауа торошо шарттарының үҙенсәлектәренә ярашлы төҙөлгән. Миҫалға, Совет заманында картуф үрсетеү визит карточкаһы булған республиканың төньяҡ урман-дала һәм төньяҡ-көнсығыш зоналары белгестәре өсөн бер нисә сәғәт картуф үҫтереүгә арналған. Үҙ сиратында, Урал аръяғы дала зонаһынан килгән тыңлаусылар ҡаты бойҙай үҫтереү нескәлектәрен өйрәнә.
Квалификацияны күтәреү курстары март башында тамамлана һәм баҫыу эштәре тамамлағандан һуң көҙгөһөн башлана.
http://www.bashinform.ru/news/1114812-tysyachu-agronomov-bashkirii-besplatno-obuchat-blagodarya-odnoimennomu-proektu/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика