09:17 (UTC+5), 08 Февраль 2018

Һөткә хаҡ буйынса төбәктәге иң ҡиммәтле ҡала асыҡланды

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 8 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостанстат мәғлүмәттәре буйынса, Өфө һөткә хаҡ буйынса республикала йәнә иң ҡиммәтле ҡала тип танылды. Ғинуарҙа өфөләр пастеризацияланған һөттөң бер литры өсөн 47,88 һум түләне.
2017 йылдың декабрендәге кеүек үк, Нефтекамала йәшәүселәргә һөт арзанғараҡ төшә — бер литры 42,08 һум тора.
Стәрлетамаҡ халҡы уның өсөн ике һумға тиерлек ҡиммәтерәк түләй — 43,97 һум.
Сибайҙа 2,5-3,2 процент ҡуйылыҡтағы пастеризацияланған һөт тағы ла ҡыйбатыраҡ — уртаса 44,07 һум.
Статистар билдәләүенсә, 2017 йылдың декабре менән сағыштырғанда, ағымдағы йылдың ғинуарында һөттөң хаҡы һиҙелерелек төшкән — бер литры өсөн 45,81 һумға тиклем. Уҙған йылдың декабрь айында Башҡортостан халҡы һөттөң бер литрын уртаса 47,47 һумға һатып алған.
http://www.bashinform.ru/news/1114272-v-bashkirii-nazvan-gorod-s-samymi-vysokimi-tsenami-na-moloko/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика