05:45 (UTC+5), 08 Февраля 2018

Башҡортостан предприятиеһы – хеҙмәтте һаҡлау буйынса бөтә Рәсәй конкурсы призеры

«Гидравлика» Өфө агрегат предприятиеһы
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2018 йыл, 8 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. «Технодинамика» холдингының «Гидравлика» Өфө агрегат предприятиеһы (Ростех дәүләт корпорацияһына инә) «Хеҙмәтте һаҡлау өлкәһендә иң яҡшы предприятие» тармаҡ конкурсы лауреаты булды. Унда Башҡортостан, Татарстан, Удмуртия, Пермь крайы, Ростов, Мәскәү, Тамбов, Ульянов өлкәләре, Иркутск һәм Санкт-Петербург ҡалалары ойошмалары ҡатнашты.
Сараны Рәсәй Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығының Авиация сәнәғәте департаменты, «Рәсәйҙең машина эшләүселәр союзы» дөйөм Рәсәй тармаҡ эшселәре берләшмәһе һәм «Рәсәй авиация сәнәғәтендә эшләүселәр профессиональ союзы» йәмәғәт ойошмаһы ойошторҙо.
Хеҙмәткәрҙәре өсөн хәүефһеҙ хеҙмәт тәьмин иткән иң яҡшы ойошманы ғилми ойошмалар, өс меңгә тиклем кеше эшләгән предприятиелар, өс меңдән ашыу кеше эшләгән сәнәғәт предприятиелары номинацияларында һайланылар.
Конкурс еңеүселәрен һәм призерҙарын Рәсәй Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығында бүләкләнеләр. «Гидравлика» Өфө агрегат предприятиеһына «Сәнәғәт предприятиелары» (өс меңгә тиклем кеше эшләгән предприятие) категорияһында II урын бирҙеләр һәм II дәрәжә дипломы менән бүләкләнеләр.
http://www.bashinform.ru/news/1114250-predpriyatie-iz-bashkirii-prizer-vserossiyskogo-konkursa-po-okhrane-truda/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика