02:30 (UTC+5), 07 Февраля 2018

Февралдең икенсе яртыһында Өфөлә иҫке күпер йүнәтелә башлана

utv.ru
Ольга Мортазина
ӨФӨ, 2018 йыл, 7 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Февралдең икенсе яртыһында Өфө – Аэропорт юлында Ағиҙел йылғаһы аша иҫке күпер йүнәтелә башлана, тип хәбәр иттеләр Өфө ҡалаһының Юлдар һәм яһалма ҡоролмалар төҙөү, йүнәтеү идаралығынан. Хәҙер белгестәр ғинуар уртаһында сатлама һыуыҡтар арҡаһында 14 сантиметрға асылған деформацияланған йөйҙәрҙе алмаштырыу буйынса авария-тергеҙеү эштәрен проектлай, әлеге мәлдә күпер тулыһынса ябылған.
Был ваҡытлыса саралар йөк күтәреү һәм хәрәкәт тиҙлеге буйынса сикләүҙәрҙе бөтөрөргә мөмкинлек бирмәй. Иҫке күперҙе яңыртырға тура килә.
«Гипростроймост» предприятиеһы вәкилдәре алда торған эштәр хаҡында һөйләне. Иҫке күперҙе йүнәтеүгә республика ҡаҙнаһы 200 миллион һум бүлгән. Ремонтланған йөйҙәр 2,5 йыл торорға тейеш.
Был ваҡыт эсендә күперҙәр араһында өс һыҙатлы ялғау төҙөү күҙаллана, ул ябылған иҫке күперҙе компенсациялаясаҡ. Уны тулыһынса һүтергә һәм яңынан тиерлек төҙөргә кәрәк, уға ла 2,5 йыл китәсәк. Яҡынса иҫәпләүҙәр буйынса, мәсьәләне хәл итеү биш йыл ваҡытты ала. Ялғауҙы төҙөүгә һәм күперҙе яңыртыуға 3 миллиард һумлап талап ителә.
http://www.bashinform.ru/news/1113465-vo-vtoroy-polovine-fevralya-v-ufe-nachnetsya-remont-starogo-mosta/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика