04:14 (UTC+5), 07 Февраля 2018

Башҡортостанда балалы ғаиләләр өсөн дәүләт ярҙамын тәүгеләрҙән булып алғандар аҡсаны нисек тотоноуҙары хаҡында һөйләне

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 7 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Дарья Петрова/. Башҡортостанда балалы ғаиләләр өсөн дәүләт ярҙамының яңы төрҙәрен түләүгә документтар тапшырыу дауам итә. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2018 йылдың 1 ғинуарынан һуң тыуған беренсе, шулай уҡ өсөнсө балаларҙың ата-әсәһе социаль түләүгә хоҡуҡ алды.
Өфөлә йәшәгән Олеся Чернова (фотола) — ошондай пособие алған тәүге әсәләрҙең береһе. 3 ғинуарҙа уның ҡыҙы Милана тыуҙы. Олеся балаһын яңғыҙы тәрбиәләй, шуға күрә дәүләт ярҙамы бик ваҡытлы булды.
«Мин һуңғаса социаль ярҙам тураһында хәбәрҙәр буш һүҙ булып ҡалыр тип уйлағайным, — ти Олеся. — Яңылышҡаным өсөн бик шатмын. Хәҙер памперс өсөн ҡайҙан аҡса алырға тип баш ватмаҫҡа ла мөмкин. Әсә кеше өсөн иң мөһиме — баланың туҡ һәм сәләмәт булыуы».
Белореттағы акушерка Нәргизә Тощева ла пособиеның күпселек өлөшөн «памперстарға» тотонорға ниәтләй. 5 ғинуарҙа Тощевтар ғаиләһендә дүртенсе сабый — улдары Денис донъяға килде.
Нәргизә лә, Олеся ла социаль түләүҙәрҙе рәсмиләштереүгә документтар тапшырыу ауырлыҡ тыуҙырманы, ти. Кәрәкле ҡағыҙҙарҙы бер нисә көн эсендә йыйғандар.
Ғаиләнең түләүгә хоҡуғы бармы-юҡмы икәнлеген нисек аңларға...
... беренсе балаға:
Ғаиләлә йән башына уртаса килем 14 247 һумдан артмаҫҡа тейеш.
Йән башына уртаса килем ошолай иҫәпләнә: ғаилә ағзаларының (атай, әсәй бала йәки әсәй һәм бала) һуңғы 12 айҙағы килеменең дөйөм суммаһын 12-гә, һуңынан уны ғаилә ағзалары һанына, тәүге бала ла иҫәпкә алына, бүлергә кәрәк.
Айлыҡ түләүҙәр 8892 һум тәшкил итә. Аҡса балаға йәш ярым тулғансы түләнә.
...өсөнсө балаға (йәки артабанғыларына):
Ғаиләнең йән башына уртаса килеме 8 483 һумдан артмаҫҡа тейеш.
Йән башына килем түбәндәгесә иҫәпләнә: ғаилә ағзаларының (атай, әсәй, балалар) һуңғы 3 айҙағы килеменең дөйөм суммаһын 3-кә, һуңынан уны ғаилә ағзалары һанына, тыуған бала ла иҫәпкә алына, бүлергә кәрәк.
Айлыҡ түләүҙәр 8993 һум тәшкил итә. Аҡса балаға өс йәш тулғансы түләнә.
Документтар йәшәгән урын буйынса Республиканың халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү үҙәгендә, күп функциялы үҙәктәр йәки дәүләт хеҙмәттәре порталы аша ҡабул ителә: ғариза, баланың тыуыуы тураһында таныҡлыҡ, ғаилә ағзаларының килеме хаҡында мәғлүмәттәр кәрәк.
http://www.bashinform.ru/news/1113580-pervye-poluchateli-gospodderzhki-dlya-semey-s-detmi-rasskazali-na-chto-potratyat-dengi/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика