Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
91.69
0
98.56
0
83.11
+0.29
4+ °C
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
6 Февраль 2018, 15:12

Башҡортостанда ипотека буйынса процент ставкаһы түбәнәйгән

ӨФӨ, 2018 йыл, 6 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Ошо йылдың 1 ғинуарына Башҡортостанда ипотека торлаҡ кредиты буйынса процент ставкаһы 10,6 процентҡа тиклем түбәнәйгән. Бер йыл элек әлеге күрһәткес 12,7 процентҡа тиң ине, тип хәбәр иттеләр Милли банктың Башҡортостандағы бүлегенең матбуғат хеҙмәтенән.
Йыл башында төбәктә ипотека кредиты буйынса кредитлауҙың уртаса срогы 176,3 ай, 2017 йылдың 1 ғинуарына ҡарата иһә 172,5 ай булған.
Уҙған йылдың ғинуар-декабрь айҙарында республикала 60 654,80 миллион һумлыҡ 38 888 ипотека кредиты бирелгән. 2018 йылдың 1 ғинуарына Башҡортостанда торлаҡ кредиты буйынса бурыс 140 104,10 миллион һум тәшкил иткән. Ваҡытында түләнмәгән бурыстың суммаһы, үткән йылдың ғинуары менән сағыштырғанда, 1 241,70 миллион һумға тиклем кәмегән.
Дөйөм алғанда, 2017 йылда Рәсәйҙә 2 021 942,9 миллион һумлыҡ 1 086 950 торлаҡ кредиты бирелгән. 2018 йылға илдә кредитлауҙың уртаса срогы 186,8 ай тәшкил иткән.
http://www.bashinform.ru/news/1113351-v-bashkirii-snizhena-protsentnaya-stavka-po-ipoteke/
Читайте нас: