Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.05
+0.27
98.64
+0.62
83.57
-0.1
6+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
6 Февраль 2018, 07:00

Башҡортостанда 18 меңдән ашыу предприятие һәм граждан банкрот

ӨФӨ, 2018 йыл, 6 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Республика һалым хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостанда 1 ғинуарға ҡарата 775 предприятие, 1047 шәхси эшҡыуар һәм граждан бөлгөнлөк процедураһы үтә.
Уҙған йылда арбитраж судтары 1,07 миллиард һум бурысы булған 185 юридик шәхестән һәм 230 миллион бурысы менән 67 граждандан һәм шәхси эшҡыуарҙан банкротлыҡты таныу тураһында ғариза ҡабул иткән.
224 миллион һум бурысы булған 24 юридик шәхескә ҡарата бөлгөнлөк процедуралары башланған, 65 миллион һум бирәсәкте ҡайтарыу менән бәйле 34 процедура туҡтатылған (ҡалған ғаризалар ҡарала).
http://www.bashinform.ru/news/1112917-v-bashkirii-bankrotami-yavlyayutsya-bolee-1-8-tysyach-predpriyatiy-i-grazhdan-/
Автор:Ольга Мортазина
Читайте нас: