11:31 (UTC+5), 06 Февраль 2018

Ҡашҡаҙан паркы, Өфө йылғаһы буйы йәки «Тулҡын» скверы — баш ҡалабыҙҙа тәү сиратта нимә йүнәтелергә тейеш?

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 6 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Дарья Петрова/. Өфөлә тәү сиратта «Заманса ҡала мөхитен булдырыу» программаһы сиктәрендә финансланырға тейешле йәмәғәт биләмәләрен төҙөкләндереүгә ғаризалар ҡабул итеү тамамланды. Тәҡдимдәр йыйыу ай буйына дауам итте, ошо ваҡыт эсендә ҡала халҡынан 3061 ғариза килде. Һөҙөмтәлә ҡаланың төрлө райондарында ун йәмәғәт биләмәһенән исемлек төҙөлдө:
— «Ҡашҡаҙан» мәҙәниәт һәм ял паркы (фотола);
— «Тулҡын» скверы;
— Максим Рыльский исемендәге урам;
— Өфө йылғаһы буйы;
— «Нефтехимик» мәҙәниәт һәм ял паркы;
— Непейцев дендропаркы;
— Яҡутов паркы;
— «Беренсе май» паркы;
— «Дим» мәҙәниәт һәм ял паркы;
— «Таш йылға» скверы.
Ошо объекттар 2018-2022 йылдарға иҫәпләнгән «Заманса ҡала мөхитен булдырыу» муниципаль программаһына индерелә. Уларҙың ҡайһыһын тәү сиратта төҙөкләндерергә кәрәклеген өфөләр үҙҙәре хәл итергә тейеш. 18 мартта рейтинг тауыш биреү ойошторола.
Башҡортостандың 23 тораҡ пунктында төҙөкләндереүгә мохтаж йәмәғәт биләмәләре буйынса тәҡдимдәр йыйыу бара. Улар – Өфө, Стәрлетамаҡ, Салауат, Нефтекама, Октябрьский, Күмертау, Сибай, Ағиҙел, Ишембай, Туймазы, Бөрө, Белорет, Мәләүез, Учалы, Дәүләкән, Яңауыл, Благовещен, Дүртөйлө, Баймаҡ, Бәләбәй, Межгорье, Притово һәм Шишмә ҡала биләмәләре.
http://www.bashinform.ru/news/1113512-park-kashkadan-naberezhnaya-reki-ufy-ili-skver-volna-chto-v-stolitse-bashkirii-otremontiruyut-v-perv/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика