07:30 (UTC+5), 05 Февраль 2018

Төбәк Хөкүмәте Премьер-министры Ауырғазы районы үҫеше менән танышты

Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2018 йыл, 5 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Эш сәфәре сиктәрендә Рөстәм Мәрҙәнов «Уңыш һөт фермалары» Ишле һөт-тауар комплексында булды, Талбазы ауылының Төньяҡ биҫтәһен тәртипкә килтереү барышы һәм төҙөлөшө менән танышты, яңы Сауҙа-сервис комплексын ҡараны.
Район үҙәгендә Премьер-министр 140 урынлыҡ «Аҡбуҙат» балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәренә ҡунаҡҡа инде. Бында 1,5-8 йәштәге балалар өсөн һигеҙ төркөм эшләй. Уҡытыусылар мәктәпкәсә балаларҙы заманса үҫтереү программаларын индерә, спорт, музыка һәм инглиз теле түңәрәктәренә ҙур иғтибар бүлә. Логопед һәм лингафон кабинеттары бар. Хәүефһеҙлеккә айырым иғтибар йүнәлтелә – бина ҡеүәтле видеокүҙәтеү системаһы менән йыһазландырылған.
Рөстәм Мәрҙәнов шулай уҡ Терәпә ауыл биләмәһендәге Кесе Нуғаҙаҡ ауылында эре мөгөҙлө малды һимертеү буйынса яңы ферманы ҡараны, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтенән.
http://www.bashinform.ru/news/1112743-premer-ministr-pravitelstva-bashkortostana-oznakomilsya-s-razvitiem-aurgazinskogo-rayona/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика